СӘФӘРҒОЛОВА Әлмира Әғзәм ҡыҙы (21.2.1961, Стәрлетамаҡ ҡ.), режиссёр. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2005). ӨДСИ‑не (1984; Р.Ғ.Хәби-буллин класы), Сәнғәт, мәҙәниәт һәм туризм хеҙм‑рҙәренең белемен күтәреү акад. (Мәскәү, 2006; А.А.Рубб класы) тамамлаған. 1984 й. алып Башҡ. филармонияһының муз.‑әҙәби лекторийы концертмейстеры, 2003 й. — художество етәксеһе, 2008—11 йй. ижади эшмәкәрлек б‑са дир. урынбаҫары. “Минең гүзәл ханым” (“Моя прекрасная леди”), “Йөрәк, һин тынғылыҡ теләмәйһең” (“Сердце, тебе не хочется покоя”; И.О.Дунаевский ижады т‑да), “Ал да нур сәс халҡыңа”, “Еңеү тураһында хикәйәт” (“Сказание о Победе”), “Көҙгө блюз” (“Осенний блюз”) һ.б. театрлаштырылған тамашалар, концерт сценарийҙары авторы һәм реж.; Башҡорт филармонияһындағы Яңы йыл кисәләре, юбилей даталарына һ.б. арналған концерттар, ш. уҡ респ. конкурстары, фестивалдәре, хөкүмәт концерттары режиссёры. Совет музыка фестивалендә ҡатнаша (Омск ҡ., 1986). Ғ.Әлмөхәмәтов ис. Асыҡ респ. вокалистар конкурсы дипломанты (Өфө, 2002).

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика