СӘФӘРҒӘЛИН Ғилман Зәйнәғәли улы (15.10.1937, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Нәбиулла а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ исемле р‑ны Нәби а., — 1.8.2003, БР‑ҙың ш. уҡ исемле р‑ны Иҫке Собханғол а.), халыҡ йырсыһы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1988). БАХИ‑ны (1963), Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1969; Р.Р.Әхмәҙиева класы) тамамлаған. 1963 й. алып Бөрйән р‑нында эшләй (өҙөклөк м‑н): 1973—80 йй. “Ҡыҙыл таң” к‑зы рәйесе, 1982 й. башлап а.х. идаралығы нач., 1989—91 йй. һәм 1993—95 йй. мәҙәниәт бүлеге мөдире, 1992 й. район хакимиәте башлығы. 1965 й. алып БНИИСХ‑ла, 1966—69 йй. БДОБТ хоры артисы. Сәфәрғәлин үҙенсәлекле тембрлы көслө тауышҡа эйә була. Репертуарында “Зөлхизә”, “Ҡаһым түрә”, “Ҡолой кантон”, “Порт‑Артур”, “Уйыл”, “Урал”, “Хисам” башҡ. халыҡ йырҙары, ш. уҡ З.Ғ.Исмәғилев, Т.Ш.Кәримов, Р.В.Сәлмәнов, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. башҡ. комп. әҫәрҙәре. Халыҡ-ара ойвакэ фестивалендә ҡатнаша (Эсаши ҡ., Япония, 1990). Бөтә Рәсәй үҙешмәкәр сәнғәт смотры (Мәскәү, 1961), Ғ.Әлмөхәмәтов ис. призға Респ. йәш йырсыларҙың конкурсы (Өфө, 1968), Бөтә Союз халыҡ таланттары смотры (Свердловск ҡ., 1974) лауреаты. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1986).

Әҙәб.:Шәкүр Р. Бөрйән хазинаһы //Сыңрау торналар иле. Өфө, 1996.

Ә.М.Сөләймәнов

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Яндекс.Метрика