СӘСКӘСЕЛЕК, 1) декоратив үлән үҫемлектәрен ҡырҡып алыу, парктарҙа һәм баҡсаларҙа, скверҙарҙа ултыртыу, биналарҙы биҙәү өсөн үҫтереү; үҫемлекселек тармағы. Асыҡ (урындағы тәбиғәт‑климат шарттарына яраҡлашҡан күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ сәскә культуралары үҫтерәләр: флокс, шалфей, шыҡтым һ.б.) һәм ябыҡ (теплицаларҙа, оранжереяларҙа һәм парниктарҙа йылы яратыусы үҫемлектәр: ҡәнәфер, цикламен, әлморон; бүлмә үҫемлектәре: алой, кактус, пальма һ.б.; сиренде, тюльпанды һ.б. ҡыш көнө үҫтерәләр) тупраҡ С. айырыла. Өфө губернаһында рев‑цияға (1917) тиклем С. м‑н башлыса дворяндар, сауҙагәрҙәр, алпауыттар, ҡайһы берҙә ваҡ хеҙмәтле кешеләр, чиновниктар шөғөлләнгән. 1920 й. парк һәм баҡсаларҙы тәрбиәләү, сәскәлектәр яһау өсөн баҡсасылыҡ төркөмө булдырыла. 1935 й. “Зеленстрой” тресы (ҡара: “Горзеленхоз”) ойошторола. 20 б. уртаһына тиклем йәшелләндереү өсөн башлыса ағас һәм ҡыуаҡ үҫемлектәрен, бер йыллыҡ үҫемлектәрҙең яҡынса 15 төрөн һәм сортын ҡулланғандар; 1939 й. Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында (ҡара: Ленин В.И. исемендәге парк) тәүге тапҡыр сәскәләрҙән В.И.Лениндың портреты эшләнә. 1974 й. “Башҡортостан сәскәләре” с‑зы асыла. Респ. “Любимая дача”, “Флоранж” һ.б. баҡсасылыҡ үҙәктәре; “Ирис”, “Николь”, “Шафали” сәскә салондары һ.б. эшләй. 2) Сәскәле‑декоратив үҫемлектәрҙең биологияһын һәм уларҙы үҫтереү алымдарын өйрәнгән фән. Тәбиғи һәм культуралы флораның матур сәскә атҡан һәм декоратив япраҡлы төрҙәрен интродукцион өйрәнеү (ҡара: Интродукция), ш. уҡ уларҙың селекцияһы 1932 й. башлап Ботаника баҡса‑институтында алып барыла. 5000‑дән ашыу төр һәм сорт өйрәнелә, юғары декоратив сифатлы, асыҡ тупраҡ шарттарына сыҙамлы, вегетатив юл һәм орлоҡтар м‑н яҡшы үрсегән, БР‑ҙың торама пункттарын йәшелләндереүҙә ҡулланырға рөхсәт ителгән 1500‑гә яҡын перспективалы культивар айырып алына. Сәскәле‑декоратив үҫемлектәрҙең хужалыҡ өсөн мөһим төр һәм сорттарын тиҙләтелгән вегетатив юл, орлоҡтар ярҙамында үрсетеү технологиялары эшләнә, унда үҫемлектәрҙең үҫеүен синтетик көйләгестәр (Л.Н.Миронова, А.А.Реут, Л.Ә.Төхвәтуллина һ.б.) һәм микроклональ үрсетеү (Р.К.Байбурина, А.А.Зарипова, М.М.Ишморатова, А.А.Мөхәмәтвафи- на, А.Ш.Әхмәтова) ҡулланыла. 1956 й. алып сәскә культураларын гибридлаштырыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Шыҡтымдың — 23 (Иремель, Песня курая, Урал‑батыр һ.б.), гиппеаструмдың — 11 (Акбузат, Башкирия, Фёдор Шаляпин һ.б.), иристың 4 (Амина, Кашкадан, Салават‑Чемпион, Салям) сорты сығарыла. Шулай уҡ ҡара: Флористика.

Әҙәб.: Башкирский ботанический сад: история, коллекции, научные достижения /З.Х.Шигапов [и др.]. Уфа, 2002; Итоги интродукции и селекции декоративных травянистых растений в Республике Башкортостан: в 2 ч. М., 2006—2007.

Л.Н.Миронова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика