СӘСКӘ АТ, БАШҠОРТОСТАН!”, цирк программаһы. Өфө циркы эргәһендәге Башҡ. цирк коллективыныңтәүге цирк тамашаһы, премьераһы 1973 й. 7 сент. Өфө циркы аренаһында үтә, 1979 й. тиклем күрһәтелә. Программа прологтан, “Туғанлыҡ йылыһы” эпилогынан, “Арғымаҡтарға атланған шаян һунарсылар” (ҡара: “Башҡортостан егеттәре”), “Юғарыға сөйә торған таҡталар менән һикереүсе акробаттар” (етәксеһе Д.Ф.Әсәҙуллин; ҡара: Әсәҙуллиндар), “Трапецияла һауала осоусы гимнаст ҡыҙҙар” (В.В.Глазырин), “Көслө пар”, “Жонглёрҙар суҡмар менән” (В.Благодарёв), “Антипод” (Л.В.Суанова), “Бал ҡорттары” (Т.М.Шамилова) художество‑акробатик, “Ирекле сымда эквилибрист” (Г.М.Кокорин; ҡара: Кокориндар) интермедиялары һәм репризалар м‑н аралашып барған 16 номерҙан, “Оло Етегән йондоҙлоғо” (Р.Р.Касеев; ҡара: Касеевтар) аттракционынан һ.б. тора. Тамашаның төп темаһы — СССР халыҡтарының дуҫлығы. Программаның милли характерын муз., костюмдар, реквизит, манежды башҡорттарҙың традицион орнаменты м‑н биҙәү, респ. т‑да документаль кинокадрҙар күрһәтеү, ӨПЭЗ эргәһендәге Салауат Юлаев ис. бейеү ансамбле башҡарыуындағы бейеүҙәр көсәйтә. Тамашала ҡатнашыусылар программа м‑н СССР буйлап гастролдәрҙә була. Сценарий авторҙары һәм реж. — Н.П.Барзилович, И.Я.Девяткин, реж. — Ф.Х.Иҡсанов; комп. — Р.Х.Ғәзизов, И.Королёв, С.С.Миролюбов, В.Свешников М.Х.Әхмәтов; рәссамдар — Л.Власова, РСФСР‑ҙың атҡ. рәссамы М.В.Зайцева, Ғ.Ш.Имашева; балетм. Г.В.Анищенко, РСФСР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре Т.А.Сац һ.б.

Ф.Ф.Ғәбитов

Тәрж.Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика