СӘСЕҮ, орлоҡтар шытып сыҡһын өсөн уларҙы тупраҡтың өҫкө ҡатламдарына күмеү. С. ы с у л д а р ы үҫемлектәр биологияһын, үҫемлектәр тәрбиәләүҙе механизациялау кәрәклеген, уңыштың тәғәйенләнешен иҫәпкә алып һайлана. Башҡортостанда башлыса С. түбәндәге ысулдары ҡулланыла: иген культуралары үҫтергәндә — ябай теҙмә (рәт араһы 15 см); картуф, кукуруз, көнбағыш, шәкәр һәм аш сөгөлдөрө — киң рәт (45 см һәм күберәк); кукуруз, шәкәр сөгөлдөрө — пунктир (берәмләп бер орлоҡто икенсеһенән бирелгән алыҫлыҡта сәсәләр); кишер, редис — таҫма [таҫмалар араһында киң рәт араларын (рәт төркөмдәре) тар рәт аралары м‑н аралаштыралар]; иген культуралары үҫтергәндә — һыҙат (киңлеге 10 см кәм булмаған һыҙаттар м‑н сәсәләр). С. в а ҡ ы т ы культураның биологияһына, тупраҡ‑климат шарттарына, уңыштың тәғәйенләнешенә бәйле. С. мөҙҙәте түбәндәге төрҙәргә бүленә: яҙғы [иртә (борсаҡ, һоло һ.б.), уртаса (көнбағыш, яҙғы бойҙай һ.б.), һуң (ҡарабойҙай, кукуруз һ.б.)]; йәйге (мал аҙығы үләндәре); көҙгө (арыш, тритикале һ.б.); ҡышҡылыҡ (кишер). С. т ә р ә н л е г е үҫемлектәрҙең биол. үҙенсәлектәренән, орлоҡтарҙың төҙөлөшө һәм ҙурлығынан, тупраҡтың гранулометрик составынан һәм дымлылығынан тора. Эре орлоҡтарҙы (кукуруз) — 10—12 см, ваҡтарын (мәк, күп йыллыҡ бажат һымаҡ үләндәр) 1—2 см тәрәнлеккә күмәләр. С. н о р м а һ ы тупраҡ‑климат шарттарын, уңыштың тәғәйенләнешен, үҫемлектәрҙең туҡланыу майҙанына талаптарын, орлоҡтарҙың ҙурлығын, С. ваҡытын һәм ысулын иҫәпкә алып билдәләнә. Уртаса С. нормалары (млн дана/га): етен — 20, яҙғы бойҙай — 5—6, ужым арышы — 4,5—5,5, арпа — 4,4—5,0, борсаҡ — 1,2, силосҡа әҙерләнгән кукуруз — 0,12, шәкәр сөгөлдөрө — 0,090, ҡабаҡ — 0,002—0,004. С. й ү н ә л е ш е башлыса ерҙең сәсеү алдынан эшкәртелеүенә арҡыры йәки диагональ б‑са үткәрелә. Шулай уҡ ҡара: Агротехника.

Әҙәб.: Исмагилов Р.Р., Уразлин М.Х., Гайфуллин Р.Р. Адаптивная технология возделывания полевых культур. Уфа, 2005.

Р.Р.Исмәғилев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика