АТЙЕТӘР, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Атйетәр а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 36 км һәм Шишмә т. юл ст. К.‑Көнс. табан 35 км алыҫлыҡта Асыяҙы й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1414 кеше; 1920 — 2054; 1939 — 1799; 1959 — 1156; 1989 — 670; 2002 — 693; 2010 — 499 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Өршәк-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1735 й. керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала (типтәрҙәрҙең бер төркөмө 1739 й. купчий ҡағыҙы б‑са килеп урынлаша). 1758 й. һәм 19 б. башында ш. уҡ шарттарҙа мишәрҙәр урынлаша. 1865 й. Иҫке Атйетәрҙә 193 йортта 1182 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. 2 мәсет, 4 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә. И.М.Ураҙбахтин ошо ауылда тыуған.

А.Н.Абдуллин, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов