“СӘРМӘСӘН”, тоҡомло ҡошсолоҡ ф‑каһы, ДУП. Ит йүнәлешле тауыҡ кростарының тоҡомло йомортҡаларын һәм көтөү яңыртыу өсөн аҫралған йәш ҡоштарын етештереүгә һәм һатыуға махсуслаша. Саҡмағош р‑ны Нариман а. урынлашҡан. “С.” составына төп етештереүҙең инкубация, һимертеү ҡоштары, көтөү яңыртыу өсөн аҫралған йәш ҡоштар, нәҫел көтөүе, һуғым ҡоштары (бөтәһе лә 1976 й. нигеҙләнгән), ем әҙерләү (1990) цехтары; ярҙамсы цехтар: автотранспорт, электроцех (икеһе лә — 1996) һ.б. инә. Фирма магазины бар. 2010 й. 232 кеше эшләгән. Ер майҙаны — 1402 га, ш. иҫ. ауыл хужалығы ерҙәре — 1366 га, һөрөнтө ер — 1304 га. Ҡоштар һаны — 99,3 мең, ш. иҫ. йомортҡа һалыусы тауыҡтар — 21,3 мең; йомортҡа һалыусанлыҡ — йылына 233 дана, йәш ҡоштарҙың һаҡланғанлығы — 96%, оло ҡоштарҙыҡы — 95%; йомортҡа етештереү — 5,5 млн дана, ит — 609 т. Иген культураларының уңдырышлылығы — 5,5 ц/га, иген етештереү — 0,4 мең ц. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла. 1976 й. “Птицепром” Башҡ‑н тресы составында ойошторола, 1997 й. алып “Башхлебоптицепром” ДУАХП‑ның бүлендек пр‑тиеһы, 2004 й. хәҙ. статусын ала. “С.” продукцияһы “Алтын көҙ” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһенең (Мәскәү, 2008, 2009), “Йылдың иң яҡшы тауары” респ. смотр‑конкурсының (Өфө, 2001, 2003, 2005, 2007) алтын миҙалдары һәм дипломдары м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика