СӘНҒӘТ ҒИЛЕМЕ, сәнғәт фәне, йәмғиәттең тотош художество мәҙәниәтен, сәнғәтте һәм уның айырым төрҙәрен, барлыҡҡа килеүен, үҫешен, художестволы әҫәрҙең эстәлеген һәм формаларын өйрәнгән фәндәр (әҙәбиәт ғилеме, музыка ғилеме, театр ғилеме, кино ғилеме һ.б.) комплексы; тарыраҡ һәм йышыраҡ ҡулланылған мәғәнәһендә С.ғ. — һынлы сәнғәтте төрлө аспекттарҙа(теоретик, тарихи, художество‑тәнҡит һ.б.) тикшергән фән.

Башҡортостанда С.ғ. проф. һынлы сәнғәт формалаша башлау м‑н бер үк ваҡытта, 20 б. 10‑сы йй. алып үҫешә. 1916—17 йй. Өфө сәнғәт түңәрәгенең 3 күргәҙмәһенә каталогтар баҫып сығарыла. 1919 й. алып Октябрь рев‑цияһы ис. Өфө художество пролетар музейы (ҡара: Нестеров М.В. исемендәге башҡорт художество музейы) С.ғ. үҫеше үҙәгенә әүерелә. Урындағы һәм үҙәк матбуғатта В.С.Сыромятниковтың, Л.В.Казанскаяның, украин сәнғәт белгесе Ф.Л.Эрнсттың (1939—41 йй. Өфөлә йәшәй), Р.У.Ишбулатовтың респ. художество тормошо т‑да мәҡәләләре баҫыла.

50‑се йй. алып БДХМ‑дың ҡайһы бер коллекцияларына арналған каталогтар: Казанскаяның И.И.Урядов (1953); Э.П.Фенинаның (1962), И.А.Севастьянованың (1984) Нестеров; Г.Р.Пикунованың Ҡ.С.Дәүләткилдеев (1974); А.А.Алабужевтың 19 б. – 20 б. башындағы урыҫ графикаһына (1970); С.В.Игнатенконың 2 китаптан торған “Давид Бурлюк. Фактура һәм төҫ” (“Давид Бурлюк. Фактура и цвет”; 1992, 1994; хәҙ. заманда Рәсәйҙә Д.Д.Бурлюк ижадын өйрәнеү һәм системалаштырыуҙың тәүге тәжрибәһе); И.Н.Оськинаның “БДХМ йыйылмаһында Көнбайыш Европа гравюраһы” (“Западноевропейская гравюра в собрании БГХМ”, 1995); В.М.Сорокинаның “Михаил Васильевич Нестеров. Музей коллекцияһы” (“Михаил Васильевич Нестеров. Коллекция музея”; 1997); Н.В.Тютюгинаның “БДХМ йыйылмаһында сиркәү металл пластикаһы” (“Церковная металлопластика в собрании БГХМ”; 2003) хеҙмәттәре; респ. һәм шәхси күргәҙмәләр материалдары б‑са мәҡәләләр донъя күрә.

70‑се йй. С.ғ. тикшеренеү спектры киңәйә. Быға һынлы сәнғәттең бөтә төрҙәренең үҫеше һәм рәссамдарҙың зона, Бөтә Рәсәй, Бөтә Союз күргәҙмәләрендә әүҙем ҡатнашыуы булышлыҡ итә һәм башҡ., Мәскәү сәнғәт белгестәренең (Г.С.Кушнеревская, С.М.Червонная, Ю.И.Нехорошев) үҙәк матбуғатта баҫтырған мәҡәләләрендә сағылыш ала. Тәүге белешмә “Совет Башҡортостаны рәссамдары” [“Художники советской Башкирии”; 1979; яңы баҫмаһы “Башҡортостан рәссамдары. XX быуат” (“Художники Башкортостана. ХХ век”), 2002]; Пикунованың инеш мәҡәләһе м‑н Фенинаның БДХМ б‑са белешмәһе (1974; яңы баҫмаһы 1984) донъя күрә.

Ә.Ғ.Йәнбухтинаның “Александр Тюлькин” (1975), “Башҡортостандың биҙәү сәнғәте. ХХ быуат” (“Декоративное искусство Башкортостана”. ХХ век”, 2006) монографиялары, “Башҡорт сувениры” (“Башкирский сувенир”, 1983) альбом‑белешмәһе, “Башҡорт өйөн йыһазландырыуҙа халыҡ традициялары” (“Народные традиции в убранстве башкирского дома”, 1993) китабы һ.б.; Пикунованың “Ғәлиә Имашева” (“Галия Имашева”; 1968), “Мөхәмәт Арыҫланов” (“Мухамед Арсланов”; 1978) һ.б.; Л.Н.Попованың “Әхмәт Лотфуллин” (“Ахмат Лутфуллин”; 1978) һ.б.; Сорокинаның “Рәшит Нурмөхәмәтов” (“Рашид Нурмухаметов”; 1986), “Александр Бурзянцев” монографиялары, “Әҙиә Ситдиҡова” (“Адия Ситдикова”; 1993, Т.Л.Речкалова м‑н авторҙ.) альбомы, “Ҡ.С.Дәүләткилдеев. 1913—1948 йй. графикаһы һәм рәсем сәнғәте” (“К.С.Девлеткилдеев. Графика и живопись 1913—1942 гг.”; 2007) брошюраланмаған альбомы һ.б.; Игнатенконың З.Р.Басиров (1998), Н.С.Латфуллин (2001), С.Н.Игнатенко (2006) һ.б.; Оськинаның “Зөфәр Ғаянов” (“Зуфар Гаянов”, 2001, төҙөүсеһе Р.Ғ.Фәйрүзова), “Ольга Самосюк” (2004) әҫәрҙәренә каталогтары; Е.Е.Никанорованың “Башҡорттарҙың иҫәп сигеүенең орнаменты” (“Орнамент счётной вышивки башкир”, 2002) китабы һ.б. фәнни эшмәкәрлектәренең һөҙөмтәһе булып тора.

90‑сы йй. алып бөтә һынлы сәнғәт күргәҙмәләренә тулыһынса аннотация биргән фәнни каталогтар ижад ителә башлай: Игнатенконың “Башҡортостандың профессиональ биҙәү‑ҡулланма сәнғәте” (“Профессиональное декоративно‑прикладное искусство Башкортостана”, 1997, 2002), “БР рәссам‑сценографтары әҫәрҙәре күргәҙмәһе” (“Выставка произведений художников‑сценаристов РБ”, 2000); Сорокинаның “Сәнғәттә тарих” (“История в искусстве”, 1999), “Салауат Юлаев һәм уның көрәштәштәренең шәхесе һәм батырлыҡтары” (“Личность и подвиги Салавата Юлаева и его сподвижников”; 2004), “Мифтахетдин Аҡмуллаға – 175 йәш” (“Мифтахетдину Акмулле – 150 лет”; 2006); Оськинаның “Акварель яҙы” (“Акварельная весна”; 1998, 2005), “Урал графикаһының халыҡ‑ара триенналеһы” (“Международная триеннале уральской печатной графики”,; 1995, 1998, 2001, 2004, 2007), респ. (1996) һәм Рәсәй (2006) скульптура күргәҙмәләре; А.А.Хардина һәм И.В.Фаридонованың “Ҡайтыу” (“Возвращение”; 2004); Л.В.Бондаренконың БДХМ йыйылмаһында 19 б.—20 б. башы урыҫ оригиналь графикаһы (2005, 2006); Йәнбухтинаның “Нәфис текстиль сәнғәте” (“Текстиль художественный”; 2007) каталогтары; Э.В.Хәсәнованың “М.В.Нестеров әҫәрҙәре. 1878—1942 йй. рәсем сәнғәте һәм графикаһы” (“Произведения М.В.Нестерова. Живопись и графика 1878—1942 гг.”; 2004) брошюраланмаған альбомы һ.б.

2002 й. БДХМ хеҙм‑рҙәренең берлектәге хеҙмәте “М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы хәбәрҙәре” (“Сообщения Башкирского государственного художественного музея им. М.В.Нестерова”) донъя күрә, унда музейҙың барлыҡҡа килеү тарихы, төп коллекциялары т‑да мәҡәлә һәм 20 йыллыҡ эшмәкәрлеге т‑да отчёт бирелгән; 2007 й. “Рәсәйҙең алтын картаһы” (“Золотая карта России”) федераль проект сиктәрендә Третьяков галереяһында (Мәскәү) БДХМ фондынан үткәрелгән күргәҙмәнең “М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт музейы” (“Башкирский государственный музей им. М.В.Нестерова”) каталогы донъя күрә.

Речкалованың (“Николай Калинушкин”, “Николай Пеганов”; икеһе лә – 1993); А.В.Гарбуздың [“Михаил Спиридонов”, “Көнсығыш‑көнбайыш” (“Востокозапад”); икеһе лә – 1994]; К.С.Гусеваның (“Георгий Калитов”, 2002); Ф.М.Миңлеғолованың (“Юрий Туник”), Е.В.Суворованың [“Вәсил Ханнанов” (“Василь Ханнанов”); икеһе лә – 2005]; “Наиль Латфуллин” (2004; авторҙары Игнатенко, Л.И.Ҡоҙаярова, Оськина, Суворова) каталогтары; “Башҡортостандың һынлы сәнғәте” (“Изобразительное искусство Башкортостана”, 2000—02; 7‑се сығарылыш; авторҙары Игнатенко, Оськина, Сорокина, Фенина, Н.Х.Хисмәтуллина) серияһы респ. тормошоноң һынлы сәнғәттә кәүҙәләндерелгән төрлө ваҡиғаларын сағылдыра.

БР‑ҙың сәнғәт белгестәре “Авангард сәнғәте — бөтә донъя аралашыу теле” (“Искусство авангарда – язык мирового общения”, 1992, халыҡ-ара), “Евразия сәнғәте мәҙәниәт сатында” (“Искусство Евразии на перекрёстке культур”; 1998), “Рәсәй провинцияһының музейы һәм художество мәҙәниәте” (“Музей и художественная культура российской провинции”; 1994), “Рәсәй арауығы контексында Урал скульптураһы” (“Скульптура Урала в контексте российского пространства”; 2006; бөтәһе лә – Бөтә Рәсәй, Өфө) фәнни конф., күргәҙмәләр һәм конкурстар ойоштора.

Респ. “Рампа” гәз. һ.б., “Бельские просторы”, “Ватандаш”, “Проблемы востоковедения”, “Тамаша”, “ВысокоХудожественный журнал” (“Юғары художестволы журнал”; 2005) ж. һ.б., “Художник” (“Рәссам”), “Мир музея” (“Музей донъяһы”), “Государственная Третьяковская галерея” (“Дәүләт третьяков галереяһы”) Мәскәү журналдары биттәрендә БР‑ҙың художество тормошо, тарихы мәсьәләләре һәм һынлы сәнғәттең хәҙ. торошо яҡтыртыла.

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика