СӘЛМӘНОВА Айһылыу Рафиҡ ҡыҙы (2.1.1957, Өфө), композитор. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2007). Композиторҙар союзы ағзаһы (1988). Р.В.Сәлмәновтың ҡыҙы, С.Р.Сәлмәновтың һеңлеһе. Алма-Ата консерваторияһын тамамлағандан һуң (1983; А.В.Бычков класы) 11‑се муз. мәктәбендә уҡыта, 1993—95 йй. “Башҡортостан” ТРК‑ның “Музыка” ижади берекмәһе мөхәррире, 1994 й. алып М.Исҡужин ис. 136‑сы башҡ. лицейында, 2008 й. башлап Ф.Камаев ис. 2‑се балалар сәнғәт мәктәбендә уҡыта (бөтәһе лә – Өфө).

С. музыкаһына романтизм, башҡ. фольклорына мөрәжәғәт итеү, заманса композиция техникаһын ҡулланыу хас. Ижадындатөп урынды симфоник музыка алып тора, уғатембр‑колористик хәл ителеш һәм оҙон көйгә, рагаға тартым булған импровизация стиле хас: Симфоник оркестр өсөн концерт-симфония (1983), Ш.Анаҡ шиғырына “Ерҙең яралары” (1985), Р.Й.Ғариповтың шиғырына “Рәми” (1992) вокаль‑симфоник поэмалары, “Арҡайым” (“Аркаим”, 2000) симфонияһы, “Шишмә буйында” (“У родника”, 2001) 1‑се һәм “Уяныу” (“Пробуждение”, 2002) 2‑се симфоник медитациялары, “Аҡбуҙат” эпосы б‑са “Шүлгәнкүл” (“Шульген‑куль”, 2001), “Ҡәнәғәтлек” (“Умиротворение”, 2007) симфоник картиналары, Р.З.Хантимеров шиғырына “Мин — ҡурай” (“Я — курай”, 2002) поэторияһы, Р.Ғарипов тәржемәһендә Ғ.Хәйәмдең шиғырына “Был көнгә шат бул” (2008) кантатаһы. Камера‑инструменталь әҫәрҙәре араһында Ҡыллы квартет (1987, 1988), ҡурай, литавра һәм камера оркестры өсөн “Ҡурай тураһында поэма” (“Поэма о курае”, 1989), “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосы б‑са хореографик миниатюралар (2003), ҡурай һәм халыҡ муз. ҡоралдары оркестры өсөн “Лирик поэма” (“Лирическая поэма”, 2005), ҡурайсылар, скрипкасылар ансамблдәре өсөн әҫәрҙәр, төрлө музыка ҡоралдары өсөн пьесалар халыҡ музыкаһы һәм эшкәртмәләре. Вокаль циклдар, ш. иҫ. Р.Т.Бикбаев шиғырына “Һинһеҙ” (1997), Ғ.Ильяс шиғырына “Уралҡай” (2007), “Аң баҫҡысынан” (“По лестнице сознания”, 2000), “Был мөхәббәт донъяһы” (“Этот мир любви”, 2005) ораторияһы, тауыш, флейта, скрипка, фп. һәм һуҡма инструменттар өсөн “Алыҫтағы йондоҙ яҡтылығы” (“Свет далёкой звезды”, 2006; бөтәһе лә – Л.И.Хәбибрахманова шиғырҙарына) әҫәре, романстар, балалар өсөн хор әҫәрҙәре һәм йырҙары, драма спектаклдәренә музыка авторы.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика