СӘЛМӘНОВ Рафиҡ Вафа улы [15.9.1917, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Асҡар а. (БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) – 3.7.2003, шунда уҡ], композитор. РСФСР‑ҙың (1989) һәм БАССР‑ҙың (1983) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Композиторҙар союзы ағзаһы (1961). С.Р.Сәлмәновтың һәм А.Р.Сәлмәнованың атаһы. 1947—53 йй. Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡ. студияһында уҡыған (А.Н.Александров, Е.О.Месснер, В.Г.Фере класы). 1954 й. алып БАССР МС‑ы эргәһендәге Радиотапшырыуҙар һәм ТВ ком‑тының муз. мөхәррире, 1958 й. — БАССР Мәҙәниәт министрлығы сәнғәт бүлегенең фольклор кабинетында ғилми хеҙм‑р, 1966—80 йй. Респ. халыҡ ижады һәм мәҙәни-ағартыу эше ғилми‑методик үҙәгенең муз. консультанты.

С. әҫәрҙәренең муз. теле ябай һәм моңло булыуы, халыҡ музыкаһына нигеҙләнеүе м‑н айырылып тора. Ижадында йыр төп жанрҙарының береһе була. Патриотик (Р.Й.Ғарипов шиғырына “Дан һиңә, дан, Башҡортостан!”, Ш.Бикҡол шиғырына “Әбйәлил”, үҙенең шиғырына “Минең Өфөм”), лирик (Н.Иҙелбай шиғырына “Сирень сәскәләре”, Ҡ.Даян шиғырына “Таң йыры”) йырҙар, романстар (Х.Ғиләжев шиғырына “Ниңә, ниңә хистәр ҡайнаша”, Ғ.Й.Рамаҙанов шиғырына “Эҙләйем һине”) һ.б. авторы. С. балалар музыкаһы яңы интонациялар, сағыу образлылыҡ, милли колорит һәм темаларының төрлөлөгө м‑н айырыла: Фп. өсөн соната (3 бүлекле), фп., скрипка, баян өсөн пьесалар, программалы пьеса‑һүрәтләмәләр һәм хор әҫәрҙәре (ҡара: Хор музыкаһы).

С. әҫәрҙәре араһында “Юғалған хаттар” (1963; Ғ.Ғ.Әхмәтшиндың ш. уҡ исемле пьесаһы б‑са) драматик спектакленә музыка, “Бәхет ҡошо” (1972; үҙенең либреттоһы) опереттаһы, симфоник (“Йәштәр увертюраһы” — “Молодёжная увертюра”, 1966; Сюита, 1970), вокаль-инструменталь (Ҡ.Даян шиғырына солистар, хор һәм симфоник оркестр өсөн “Алтын үҙән” кантатаһы, 1955), камера‑инструменталь (вариациялар, сонатиналар, сюиталар) әҫәрҙәр. 13 муз. йыйынтыҡ, 30‑ҙан ашыу башҡ. халыҡ йыры эшкәртмәһе, ш. иҫ. “Азамат”, “Ҡара юрға”, “Салауат”, “Сонайым”, “Төйәләҫ” һ.б., авторы.

Хеҙм.: Һабантурғай йыры: йырҙар. Өфө, 2004; Десять башкирских народных песен: для хора без сопровождения. М., 1988; Хоровое пение в детских коллективах. М., 1995.

Әҙәб.: Сабитов Н. Рафик Сальманов. Уфа, 1967. Композиторы и музыковеды Башкортостана (сост. Е.Р.Скурко). Уфа, 2002.

 Э.М.Давыдова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Яндекс.Метрика