СӘЛИШЕВ Линир Ибраһим улы (14.6.1937, БАССР‑ҙың Фёдоровка р‑ны Яңы Яуыш а. — 11.4.2014, БР‑ҙың ш. уҡ районы Бала Сытырман а.), агроном. РФ‑тың (1997) һәм БАССР‑ҙың (1986) атҡ. агрономы. БАХИ‑ны тамамлаған (1963). 1953 й. алып Фёдоровка р‑нында эшләй: 1957 й. башлап техник‑баҫыу белгесе, агроном, 1959—60 йй. ВЛКСМ ком‑ты секретары, 1962 й. алып бүлек идарасыһы, 1963—72 йй. агроном, 1975 й. башлап агроном‑орлоҡсолоҡ белгесе, 1978—98 йй. “Пугачёв” с‑зының, 1972—75 йй. “Мораптал” тоҡомсолоҡ с‑зының баш агрономы. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге игенселектең тупраҡ һаҡлау системаһын, иген һәм техник культураларҙы үҫтереү технологияһын эшләүгә арналған. С. респ. беренсе булып эрозияға ҡаршы тупраҡты минималь эшкәртеү системаһын индерә башлай. 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1980).

Х е ҙ м.: Почвозащитная система земледелия в совхозе “Пугачёвский”. Уфа, 1984; Минимальная обработка и воспроизводство плодородия типичного чернозёма. Уфа, 1993 (авторҙ.).

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

Яндекс.Метрика