СӘЛИХОВ Фәнәүи Зиҡаф улы (15.4.1957, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Исхаҡ а.), йырсы (лирик тенор). РФ‑тың атҡ. (2008), БР‑ҙың халыҡ (2003) һәм атҡ. (1994) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (2002). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1987; Р.Ғ.Ғәлимуллина класы) Башҡ. филармонияһының муз.‑әҙәби лекторийы, 1988 й. алып БДОБТ солисы, бер үк ваҡытта 1995 й. башлап Өфө сәнғәт уч‑щеһында (2014 й. алып “Вокаль сәнғәте” һөнәре б‑са фән‑цикл комиссияһы рәйесе), 2001—11 йй. БДПУ‑ла уҡыта. Матур йомшаҡ тембрлы тауышҡа эйә булған йырсы; башҡарыу сәнғәтенә муз.‑сәхнә образын дөрөҫләп, ентекләп еткереү хас. Төп партиялары: Лыков (“Батша кәләше” — “Царская невеста”, Н.А.Римский‑Корсаков; дебют, 1988), герцог Мантуанский (“Риголетто”, Дж.Верди), Ленский (“Евгений Онегин”, П.И.Чайковский), Нәдир (“Ынйы эҙләүселәр” — “Искатели жемчуга”, Ж.Бизе), Аҡмырҙа (“Шәүрә”) һ.б. Диуана (“Ай тотолған төндә”), Хәҙрәт (“Аҡмулла”), Ҡаһым (“Ҡаһым түрә”) партияларын, С.А.Есенин шиғырына Р.Х.Сәхәүетдинованың “Фарсы мотивтары” (“Персидские мотивы”) вокаль циклын, А.Х.Ғабдрахмановтың байтаҡ романстарын тәүге башҡарыусы. Концерт репертуарында Н.Ә.Дауытов, З.Ғ.Исмәғилев, Ш.З.Ҡолбарисов, М.И.Глинка, С.В.Рахманинов, Чайковский, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. вокаль әҫәрҙәре, “Азамат”, “Буранбай”, “Ирәндек”, “Ҡаһым түрә”, “Һандуғас” һ.б. башҡ. халыҡ йырҙары. И.К.Архипова, М.Л.Биешу, СССР‑ҙың халыҡ артисы В.И.Пьявко һ.б. м‑н сығыш яһай. Волга буйы һәм Урал композиторҙары музыка фестивалендә (Ижевск, 1993), Мәскәүҙә үткәрелгән БР көндәрендә (1997) ҡатнаша. Рәсәй һәм сит илдәр (Германия, Кипр, Ҡаҙағстан, Португалия, Төркиә һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була. Ғ.Әлмөхәмәтов ис. призға йәш йырсылар (1983), “Яҙғы моңдар” башҡ. йырҙарын башҡарыусылар (1992; икеһе лә — Өфө) респ. конкурстары, “Татар йыры” Бөтә Cоюз башҡарыусылар конкурсы (Ҡазан, 1991) лауреаты.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика