СӘЛИХОВ Рафаэль Ғирфан улы (11.4.1932, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Иҫке Муса а. — 25.3.2017, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), актёр. БР‑ҙың халыҡ артисы (1993), БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1972). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1954). Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1953; К.Ф.Ғәҙелшин курсы) 2006 й. тиклем Салауат драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1988 й. алып театр музейы, 1991 й. — әҙәби бүлек мөдире).

Лирик‑романтик пландағы актёр. Йомшаҡ тембрлы матур тауышҡа эйә. Төп ролдәре: Марат (“Райхан”, Н.Иҫәнбәт; дебют, 1953), Хәлил (“Ғәлиәбаныу”), Булат (“Зәңгәр шәл”, К.Ғ.Тинчурин), Ғәлимйән (“Башмағым”), Аскер (“Аршин мал алан”, У.А.Гаджибеков). Айбулат (Һ.Л.Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романы б‑са Л.В.Вәлиевтең ш. уҡ исемле спектакле), Михаил Заболотный (“Туй көнө” — “В день свадьбы”, В.С.Розов), Ябағаев (“Айгөл иле”), Исламғәли (“Әсәләр көтәләр улдарын”, Ә.М.Мирзаһитов) образдары аныҡ соц. характеристика м‑н айырылып тора. Бөтә Союз театр сәнғәте смотры лауреаты (Мәскәү, 1967). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1986).

З.В.Сәйфуллина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика