АТИНГӘН, Урыҫ Атингәне, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Атингән а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 24 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т. табан 80 км алыҫлыҡта Атингән й. (Таналыҡ й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 408 кеше; 1917 — 437; 1959 — 440; 1989 — 571; 2002 — 612; 2010 — 536 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Әбүбәкер урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 1891 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1893) Воронеж, Курск, Полтава, Харьков губ. күсеп килеүселәр Орск өйәҙендә утар булараҡ нигеҙ һала. 1891 й. 21 йортта 129 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 20 б. 50‑се йй. хәҙ. статусын ала.

Р.Ғ.Насиров

Тәрж. Д.К.Үзбәков