СӘЛИМГӘРӘЕВА Рәмилә Миңлеғәли ҡыҙы (5.6.1950, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Иҫке Хөсәйен а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Хөсәйен а.), актриса. БАССР‑ҙың халыҡ (1986) һәм атҡ. (1981) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1977). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1972; Л.В.Вәлиев, Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы) Сибай драма театры, 1998 й. алып БР‑ҙың Милли Йәштәр театры актрисаһы.

С. һәләтенә лиризм, эске драматизм да, сағыу комик оҫталыҡ, эксцентрика ла хас. Героиняһы йәки мәрәкә ҡарсыҡ образын кәүҙәләндергәндә актриса уларҙы эскерһеҙ, романтикаға һәләтле, тормошҡа ғашиҡ шәхес итеп сағылдырырға ынтыла. Төп ролдәре: Сибай башҡорт драма театрында – Вәлимә (“Һыу юлы”, Н.Асанбаев; дебют, 1972), Луиза (“Мәкер һәм мөхәббәт”, Ф.Шиллер), Ғәзизә (“Ғәзизәкәй балдыҙ”, Р.Ә.Сафин), Шәмсиә (“Ҡоҙаса”, Б.Бикбай һәм З.Ғ.Исмәғилев), Диләфрүз (“Диләфрүзгә дүрт кейәү”, Т.Ғ.Миңнуллин); Милли Йәштәр театрында — Мәстүрә (“Ауылға ҡыҙҙар килде”, Н.Ғәйетбай), Уңғанбикә (“Ҡыҙ урлау”, М.Кәрим), Әсә (“Дала ҡиссаһы”, Ф.М.Бүләков), Өләсәй (“Беҙҙең өйҙөң йәме”, М.Кәрим әҫәрҙәре б‑са). Үҙенең “Ғүмерҙәрем — ҡалҡып килгән ҡояш” әҫәре б‑са спектакль ҡуя (2008, Милли Йәштәр театры).

Әҙәб.: Кусимова С.Г., Вербицкая Г.Я. Театр в пьесах, спектаклях и лицах (Драматическая сцена Башкортостана в 70—90‑е годы ХХ века). Уфа, 2002.

А.С.Сәғитова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика