СӘЛӘМӘТОВ Мансур Ғәзиз улы (10.1.1902, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Байғусҡар а., хәҙ. БР‑ҙың Хәйбулла р‑ны, — 21.8.1970, шунда уҡ), өзләү оҫтаһы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1924 й. алып Хәйбулла р‑нында: а.х. артелендә, 1931—62 йй. М.И.Калинин ис. к‑зда (1941 й. тиклем бригадир); 1945—53 йй. Магнитогорск металлургия комб‑тында эшләй. С. башҡарыу сәнғәтенә үҙенсәлек, импровизациялау хас була. Репертуарында “Буранбай”, “Ғайса ахун”, “Зарифа”, “Ҡаһым түрә”, “Ҡолой кантон”, “Мөғлифә”, “Перовский”, “Порт‑Артур”, “Урал” башҡ. халыҡ йырҙары; “Циолковский” (ҡара: “Аҡмәсет”) инструменталь көйө һ.б. Мәскәүҙә үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһы лауреаты (1955).

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Яндекс.Метрика