“СӘЙЯР”, татар театр труппаһы. 1907—18 йй. эшләгән. Уральск ҡ. коллектив антреприза булараҡ ойошторолған була. Художество етәксеһе Ғ.Хәйруллин‑Ҡарыев (1908 й. алып). 1908 й. башлап Ҡазанда урынлашҡан. “С.” тәүге составын Ырымбур труппаһы — “Фажиғә вә мөсәккин ислямия” (“Мосолман драмаһы һәм мелодрамаһы”; 1906, художество етәксеһе И.Ашҡаҙарский) тәшкил иткән. Репертуар башлыса татар, төрөк, урыҫ әҙәбиәте әҫәрҙәренән [“Ҡыҙғаныс бала” (“Жалкое дитя”), Н.Кемаль, “Бәхетһеҙ үҫмер” (“Несчастный юноша”), Ғ.Камал, “Уҡытыусы” (“Учительница”), Ғ.Исхаҡи, “Йәштәрҙе алдамаҫһың” (“Молодёжь не проведёшь”), М.Фәйзи, “Тикшереүсе” (“Ревизор”), Н.В.Гоголь, “Йәшен” (“Гроза”), А.Н.Островский] һәм сит ил классикаһынан [“Мәкер һәм мөхәббәт” (“Коварство и любовь”), Ф.Шиллер, “Һаран” (“Скупой”), Мольер, “Принцесса Турандот”, К.Гоцци] һ.б. торған. Төрлө йылдарҙа труппа составына З.Г.Богданова, Г.Болгарский, С.Ғиззәтуллина‑Волжская, Ф.С.Ильская, Камал I, Камал II, К.Шамил һ.б. ингән. Художество етәкселәре һәм спектаклдәрҙе ҡуйыусылар: Хәйруллин‑Ҡарыев, В.Мортазин-Иманский, М.И.Мутин, К.Ғ.Тинчурин һ.б. “Нур”, “Ширҡәт” труппалары м‑н хеҙмәттәшлек иткән. Волга буйы, Урал, Себер, Урта Азия, Ҡырым, Кавказ ҡалалары буйлап гастролдәрҙә булған. “С.” тарҡалғандан һуң актёрҙар Ҡыҙыл армия театрҙары труппаларына, Өфө дәүләт үрнәк татар‑башҡ. театрына (ҡара: Үрнәк татар‑башҡорт театры), 1‑се Башҡ. дәүләт драма театрына (ҡара: Башҡорт драма театры), 1‑се татар дәүләт театрына (хәҙ. Ғ.Камал ис. Татар театры, Ҡазан) һ.б. күскән.

Әҙәб.: Татар совет театры. Казан, 1975; Мортазин В., Ченәкәй Т. Татар театры тарихыннан. 2‑че бас. Казан, 1996.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика