СӘЙФУЛЛИН Таһир Сергей улы (6.5.1932, Волгоград өлк. Фролов а. — 25.7.2007, Өфө), хор дирижёры, педагог. БР‑ҙың халыҡ артисы (1995), РСФСР‑ҙың (1978) һәм БАССР‑ҙың (1973) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Һарытау консерваторияһын тамамлаған (1963; Е.Сидорова класы). 1962 й. алып Һарытау ҡ. Профсоюздар мәҙәниәт һарайы акад. хор капеллаһының художество етәксеһе, 1969—82 йй., 1989—97 йй. Хор капеллаһының хормейстеры һәм баш дирижёры, 1999—2007 йй. дирижёр‑консультанты. 1982—85 йй. ӨДСИ‑лә, 1986—89 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта.

С. башҡарыу манераһына әҫәрҙәрҙең асылына тәрән төшөнөү, үҙенсәлекле трактовкалау, хислелек хас. Классик әҫәрҙәрҙә аныҡ башҡарыуға, деталдәренә тиклем ентекләп әҙерләүгә ынтыла, оҫта интерпретатор булараҡ хәҙ. заман башҡ. һәм татар комп. әҫәрҙәренә үҙгәрештәр һәм төҙәтмәләр индерә. С. етәкләгән коллектив репертуарында сит ил, урыҫ һәм башҡ. комп. әҫәрҙәре. Башҡ. хор капеллаһын ойоштороусы, тәүге художество етәксеһе һәм баш дирижёры. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1967). 2014 й. БР Дәүләт акад. хор капеллаһына С. исеме бирелә.

В.Х.Әйүпова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика