СӘЙФУЛЛИН Риф Ғәли улы (4.10.1949, БАССР‑ҙың Архангел р‑ны Муллаҡай а.), актёр. БАССР‑ҙың халыҡ (1988) һәм атҡ. (1979) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1977). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1973; Р.М.Әйүпов, Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы) Сибай драма театры актёры.

С. ижад иткән образдар үҙенсәлекле трактовкалау, аныҡ һәм тәьҫирле кәүҙәләндереү м‑н айырылып тора. Төп ролдәре: сэр Маклой (“Бәхтегәрәй”, Ә.М.Мирзаһитов; дебют, БАДТ, 1972), Яппар (“Ҡоҙаса”, Б.Бикбай һәм З.Ғ.Исмәғилев), Иҫәнгилде (“Аҡмулланың аҡ төндәре”, Н.Ғәйетбай), Баязит (“Бәхеткә ҡасҡандар”, Т.Х.Ғарипова) һ.б. Репертуарының күп өлөшөн урыҫ һәм сит ил драматургияһы әҫәрҙәре б‑са спектаклдәрҙәге ролдәр тәшкил итә: Калошин (“Төбәктә булған мәҙәктәр”, А.В.Вампилов), Кочкарёв (“Өйләнеү”, Н.В.Гоголь), Фердинанд (“Мәкер һәм мөхәббәт”, Ф.Шиллер), Дон Жуан (Мольерҙың ш. уҡ исемле пьесаһы). Ғ.Исхаҡовтың “Һайра, һандуғасым!” (1993) спектаклен ҡуя. Вампиловтың “Төбәктә булған мәҙәктәр” (“Провинциальные анекдоты”), В.Жеребцовтың “2‑се подъезд” (“Подъезд №2”), М.Н.Задорновтың “Һуңғы ынтылыш” (“Последняя попытка”) пьесаларын башҡ. теленә тәржемә итә.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика