СӘЙФУЛЛИН Вәзих Кашап улы [6.1.1929, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Әмин а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) – 2.11.2002, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], актёр, режиссёр. РФ‑тың (1994) һәм БАССР‑ҙың (1974) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1953). Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын (1952; Х.Бохарский курсы), Ленинград театр, музыка һәм кинематография ин‑тын (1964; А.И.Кацман, Г.А.Товстоногов курсы) тамамлаған. 1952 й. алып Салауат драма театры актёры, 1963–68 йй., 1973– 79 йй. баш реж., 1992–99 йй. художество етәксеһе. 1968–71 йй. БАДТ реж. һәм дир., 1979–90 йй. реж., 1971–73 йй. БАССР МС эргәһендәге ТВ һәм радиотапшырыуҙар ком‑ты режиссёры. Актёр эштәре камил пластика, ҙур оҫталыҡ м‑н – Рөстәм (“Беҙгә егеттәр килде”, Н.Асанбаев; дебют, 1953), Исмәғил (“Ғәлиәбаныу”), Михайло Гурман (“Урланған бәхет” – “Украденное счастье”, И.Я.Франко), нескә психологизм м‑н – Ниязғол (Һ.Л.Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романы б‑са Л.В.Вәлиевтең ш. уҡ исемле спектакле), Баркли Купер [В.Дельмарҙың “Артабан – тынлыҡ” (“Дальше – тишина”) пьесаһы б‑са “Бергә булырға юҡ сара” – “Нет возможности быть вместе” спектакле] һ.б. – айырылып тора. С. режиссёрлыҡ сәнғәтенә тарихилыҡ, мораль‑этик проблемаларҙың киҫкенлеге, идея һәм сәхнә ҡоролоштарының аныҡлығы, актёрҙар м‑н ентекләп эшләү хас. 70‑тән ашыу спектакль ҡуя: Салауат башҡорт драма театрында – Т.Абдумому-новтың “Ғәфү ителмәй” (дебют, 1963), Ш.Р.Рәхмәтуллиндың “Әжәл алдынан”, Т.Ғиззәттең “Ҡыйыу ҡыҙҙар” (1964, 1976), Ф.М.Бүләковтың “Таштуғай” һ.б.; Башҡорт драма театрында – Ә.Ҡ.Атнабаевтың “Балаҡайҙарым” (1970, 1987), А.Ф.Коломиецтың “Ҡырағай фәрештә” (“Дикий ангел”) пьесаһы б‑са “Ата йорто”, Ә.М.Мирзаһитовтың “Ғүмер ике килмәй” һ.б. Классик әҙәбиәт әҫәрҙәре б‑са Л.Н.Толстойҙың “Тере мәйет” (“Живой труп”), Г.Фигейредуның “Эзоп, йәки Төлкө һәм виноград” (“Эзоп, или Лиса и виноград”) пьесаһы б‑са “Ҡол Эзоп”, Б.Шоуҙың “Иблес шәкерте” (“Ученик дьявола”) һ.б. спектаклдәре иң күренекле эштәре булып тора. “Төнгө Урал”, “Умырзая” (икеһе лә – авторҙашлыҡта) пьесалары, сәхнәләштерелгән әҫәрҙәр авторы, А.Дударев, В.С.Розов, А.В.Софронов, М.Ф.Шатров һ.б. пьесаларын башҡ. теленә тәржемә иткән. Художество етәксеһе булараҡ, хәҙ. заман милли драматургтары м‑н эшләүгә ҙур иғтибар бүлгән. Бөтә Рәсәй драма, музыка һәм балалар театрҙары спектаклдәре смотры лауреаты (Мәскәү, 1967).

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика