СӘЙЕТОВ Эрнст Миңлеәхмәт улы (2.6.1936, Өфө – 4.3.2004, шунда уҡ), график, педагог. Проф. (1997). РФ‑тың атҡ. (1999), БАССР‑ҙың халыҡ (1990) рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1971). И.Е.Репин ис. Һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң (Ленинград, 1968; педагогтары В.М.Звонцов, А.Ф.Пахомов) 1980 й. тиклем (өҙөклөктәр м‑н) Башҡ‑н художество‑производство оҫтаханалары рәссамы, бер үк ваҡытта 1969 й. алып Өфө сәнғәт уч‑щеһында, 1976–78 йй. һәм 1990–2001 йй. ӨДСИ‑лә уҡыта (1993 й. башлап һынлы сәнғәт каф. мөдире). 1980–85 йй. БАССР Рәссамдар союзы идараһы рәйесе, 1981–85 йй. РСФСР Рәссамдар союзы идараһы секретары. С. ижады күп яҡлы: станоктағы баҫма (башлыса офорт) һәм уникаль графика (һүрәт, акварель), китап графикаһы өлкәһендә эшләй. С. лиризм, виртуоз башҡарыу алымы м‑н айырылып торған әҫәрҙәренә табаҡ биттә айырым график ритм тыуҙырған динамик штрихтар һәм нескә линиялар, һүрәт һыҙмаларынан ижади эшкә әүерелеү һәләте көслө булыуы хас. Станок графикаһы башлыса тыуған яҡ тәбиғәтенә һәм ауыл тормошона арналған (“Аттар”, 1968; “Бесән ваҡыты”, 1979; икеһе лә – офорт; “Кейеҙ келәм”, 1970; линогравюра). Рәсем (“Ағиҙел йылғаһы үрендә”, “Бөрйәндә көҙ”; икеһе лә – 1997) һәм акварель (“Көньяҡ Урал”, 1997; “Яҙ”, 1998 сериялары) пейзаждары авторы. Ә.М.Әфтәхетдиновтың “Тауҙар беҙҙә күккә ашҡан” (1993), М.Ғәлиҙең “Тауҙар төш күрә” (1995), М.Х.Иҙелбаевтың “Юлай улы Салауат” (1994) һ.б. китаптарын биҙәгән; монументаль сәнғәт өлкәһендә эшләй (ш. уҡ ҡара: Витраж). “Артыш” ижади берекмәһе ағзаһы (1995). Уҡыусылары араһында И.Ғ.Бикбулатов, З.Ғ.Ғаянов, Й.Ә.Сөләймәнов, В.Ғ.Шәйхетдинов. 1968 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1974, 1982, 1996, 1998, 2006), Ишембай (1996), Салауат (1997), Мәләүез, Нефтекама (1998) ҡалалары. Эштәре БДХМ, “Academia” галереяһы (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), Ырымбур өлкә һынлы сәнғәт музейы, Красноярск художество музейы, Магнитогорск картиналар галереяһы коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. Ғ.Сәләм ис. пр. лауреаты (1974).

Әҙәб.: Эрнст Саитов. Графика: кат. выст. / сост. Л.Д.Ртищева. Уфа, 1982; Творческое объединение “Артыш”: избр. произведения: каталог /авт.‑сост. С.В.Евсеева. Уфа, 2002.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика