АТЕРОСКЛЕРОЗ (гр. athera — бутҡа һәм sklerosis — ҡатыу), артерияларҙың хроник ауырыуы. Аорта, аяҡ, мезентериаль, бөйөр (нефросклероз) артериялары, йөрәк, баш мейеһе тамырҙары һ.б. А. айыралар. Артерияларҙың эске тиресәһенә липопротеидтарҙың липид төйөрсәһе (ул тамырҙар аралығы тарайыуына һәм ағзаларҙы ҡан м‑н тәьмин итеүҙең ауырлашыуына килтерә) булып ултырыуы сәбәпле барлыҡҡа килә. Артериаль гипертензия, гиперлипидемия, гиподинамия, стрестар, шәкәр диабеты һ.б. А. көсәйтә. Артерияның ҡайһы урында зарарланыуына ҡарап, төрлө симптомдар күҙәтелә: систола ҡан баҫымы күтәрелеү (аорта аневризмаһы көсәйергә мөмкин); эстең өҫкө өлөшөндә приступ рәүешендә ауыртыу, ашҡаҙан‑эсәк тракты эшмәкәрлеге боҙолоу, балтыр мускулдары һыҙлау, ойоу һәм хәлһеҙләнеү. Диагностика өсөн рентгенологик (аортография, ангиография һ.б), клиник һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәрен ҡулланалар. Дауалау медикаментоз (ҡан әйләнешен яҡшыртыусы һәм липидтар алмашыныуын көйләүсе препараттар), физиотерапевтик (бальнеотерапия, фотогемотерапия һ.б.), хирургик (эндопротезлау). Шифахана‑курорт учреждениеларында дауаланырға кәңәш ителә. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: инсульт, йөрәктең ишемия ауырыуы, тромбофлебит, облитерациялы эндартериит һ.б. Иҫкәртеү: сәләмәт йәшәү рәүеше, гипертония ауырыуын һәм шәкәр диабетын ваҡытында асыҡлау. Медицина университетында А. диагностикалау, иҫкәртеү һәм дауалау ысулдарын камиллаштырыу б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (Л.Н.Минһажетдинова, Э.Ғ.Моталова, Б.Х.Әхмәтова). 1998 й. Респ. кардиология диспансерында липид алмашыныуы боҙолоуын коррекциялау үҙәге асыла (А.В.Волгарев, А.А.Евсюков, Ә.Н.Закирова, И.М.Карамова). “Йәшел Сауҡалыҡ” шифаханаһында А. булғанда көкөрт‑водород һыуының, ҡоро углекислоталы ванналарҙың (Р.В.Әхмәҙуллин), “Йоматау” шифаханаһында ҡымыҙҙың (Л.Ғ.Байембәтов, Л.Т.Ғилметдинова) шифалы тәьҫире өйрәнелгән. Шулай уҡ ҡара: Кардиология, Терапия.

Ш.З.Заһиҙуллин

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина