СӘЙЕТОВ Сәхи Ниғмәт улы (25.1.1907, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡайыпҡол а., хәҙ. Ырымбур өлк. Александровка р‑ны, — 9.7.1986, Өфө), актёр, режиссёр. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1966). Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлаған (1931; В.Мортазин-Иманский, М.Ә.Мәһәҙиев курсы). 1931—39 йй., 1941—47 йй. Баймаҡ колхоз‑совхоз театры (ҡара: Сибай башҡорт драма театры) актёры, реж., художество етәксеһе, 1939—41 йй., 1947—70 йй. БАДТ актёры.

Милли фольклорға нигеҙләнгән С. ижады халыҡсанлыҡ һәм реализм ысулын берләштерә: Тойғон (“Маҡтымһылыу”; дебют, БАДТ, 1927), Ҡарағол (ш. уҡ исемле трагедия; икеһе лә – Д.Юлтый), Айсыуаҡ һәм Көҫәпҡол (“Таңсулпан”, Ҡ.Даян) һ.б. Комик ролдәренә сағыу юмор, көләмәстәр ҡулланыу хас: Ғиззәтулла (“Тальян гармун”, Ғ.Ғ.Әхмәтшин), Ғәлимйән һәм Кәрим бай (“Башмағым”), Дәүләтбай (“Ҡыҙ урлау”, М.Кәрим) һ.б. Төп постановкалары: Х.К.Ибраһимовтың “Еҙнәкәй”, А.Ҡ.Мөбәрәковтың “Бисәкәй”, М.Әмирҙең “Тормош йыры” һ.б. спектаклдәр. Сибай драма театрына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. “Салауат Юлаев”, “Ай тотолған төндә” (“В ночь лунного затмения”; Свердловск к/ст, 1978) һ.б. к/ф төшә. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1947).

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

И

Яндекс.Метрика