СӘЙЕТОВ Һөйөндөк Сәхи улы (10.12.1934, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Баймаҡ ҡсб, хәҙ. Баймаҡ ҡ.), театр тәнҡитсеһе, театр белгесе. Сәнғәт ғилеме канд. (1981). РСФСР‑ҙың (1987), БАССР‑ҙың (1979) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Журналистар союзы (1958), Театр эшмәкәрҙәре союзы (1966) ағзаһы. С.Н.Сәйетовтың улы. МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1958) “Советская Башкирия” гәз. әҙәби хеҙм‑ре, бүлек мөдире, хәбәрсеһе, 1966–74 йй. ТТӘИ‑лә эшләй, 1982–88 йй. БДУ‑ла уҡыта, 1994 й. алып “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәтенең төп ғилми хеҙм‑ре, 1998–2004 йй. БАДТ‑ла әҙәби бүлек мөхәррире. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡ. театр сәнғәтенә һәм театр, музыка эшмәкәрҙәре ижадына (ҡара: Театр ғилеме) арналған. 500‑ҙән ашыу тәнҡит мәҡәләһе, “Үлем алдынан репортаж” (“Репортаж с петлёй на шее”), “Яраланған бүре күҙҙәре” (“Глаза раненой волчицы”), “Ҡарға туйы” (“Вороний праздник”) пьесалары, “Беҙ үҙебеҙҙең үлемдән өлкәнбеҙ” (“Мы старше своей смерти”), “Фронт аръяғында фронт” (“Фронт за фронтом”, икеһе лә – авторҙаш) һ.б. документаль повестар авторы. “Театрға – бер сәғәт” (“Час – театру”), “Театр меридианы” (“Театральный меридиан”) респ. телевизион программалар авторы һәм алып барыусыһы (1973–91). “Салауат Юлаев” (“Салават Юлаев”; 2004) энциклопедияһы авторҙарының береһе.

Х е ҙ м.: Арыҫлан Мөбәрәков: тормошо һәм ижады=Арслан Мубаряков: жизнь и творчество: очерктар, хәтирәләр, документтар, иллюстрациялар. Өфө, 2008 (авторҙ.); Танец ликующий. Уфа, 1968; Башкирский государственный академический театр драмы. Уфа, 1969 (авторҙ.); Тансулпан Бабичева. Уфа, 1995.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика