СӘЙЕТБАТТАЛОВ Таһир Фәйзрахман улы (16.11.1950, БАССР‑ҙың Фёдоровка р‑ны Денис а.), зоотехник, хужалыҡ эшмәкәре. А.х. ф. д‑ры (1998). РФ‑тың (2006) һәм БР‑ҙың (1993) атҡ. а.х. хеҙм‑ре. БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) БАХИ‑ның уҡытыу‑тәж. хужалығында эшләй, 1977 й. алып “Туймазы” ҡошсолоҡ ф‑каһының баш зоотехнигы. 1980–97 йй. һәм 2004–05 йй. “Благовар тоҡомсолоҡ‑ҡошсолоҡ заводы” ДУП‑ында: 1980 й. башлап дир., 2004 й. – баш ғилми хеҙм‑р; 1997 й. алып “Башхлебопродукт” ДУАХП‑нда: ген. дир., 1998 й. – ген. дир. 1‑се урынбаҫары, 2000 й. – ген. дир. урынбаҫары. 2000–02 йй. һәм 2011–12 йй. «“Башҡортостан” ҡошсолоҡ фабрикаһы» ААЙ‑нда дир., 2003–04 йй. ген. дир. урынбаҫары. 2005 й. башлап “Урал‑Волга буйы агросәнәғәт төркөмө” ЯСЙ‑ның (Өфө) ген. дир. урынбаҫары, 2006–10 йй. “Турбаҫлы бройлерҙары” ААЙ (Благовещен ҡ.) дир., 2013 й. – «“М.Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы” сауҙа йорто» ЯСЙ‑ның ген. дир.; бер үк ваҡытта 2000 й. алып БДАУ‑ҙа уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре ҡошсолоҡта селекцияға һәм тоҡомсолоҡ эшенә арналған. С. тарафынан өйрәктең төҫлө башҡорт тоҡомо, “Благоварский » ике линиялы кросы һ.б. өйрәк тоҡомдары сығарыла, тоҡомло ҡоштарҙы һәм бала ҡоштарҙы аҫрау ысулдары эшләнә. “Благовар" ҡошсолоҡ з‑дын асыу инициаторы һәм ойоштороусыһы. 140‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт һәм 14 уйлап табыу авторы. БР‑ҙың һыу ҡоштары б‑са селекция программалары етәксеһе (1993–2009 йй.), РФ‑тың өйрәкселек б‑са фәнни‑етештереү системаһыдир. советы (1993 – 2009 йй.), Башптицесоюз (2004 й. алып) рәйесе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1991).

Х е ҙ м.: Утководство в Республике Башкортостан (селекция и технология). Уфа, 1997; Птицеводство Республики Башкортостан в цифрах и фактах. М., 2000; Любительское животноводство и птицеводство. Уфа, 2003 (авторҙ.).

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

Яндекс.Метрика