СӘҒИТОВА Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы (20.4.1943, БАССР‑ҙың Ишембай р‑ны Көҙән а.), вокал б‑са пед., йырсы. Проф. (2009). РФ‑тың (2008) һәм БР‑ҙың (1997) атҡ. сәнғәт эшмәкәре, БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1983). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1966; М.Ғ.Мортазина класы), ӨДСИ‑не (1974; Л.Г.Менабени класы) тамамлаған. 1966—69 йй. балалар музыка мәктәбендә (Ишембай ҡ.), 1974 й. алып Өфө сәнғәт уч‑щеһында (1981 й. башлап яңғыҙ йырлау бүлеге мөдире) уҡыта, 1999 й. — ӨДСА‑ның вокаль сәнғәте каф. мөдире. С. милли һәм классик вокаль мәктәбе принциптарын һәм алымдарын берләштерә. 14 фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәт авторы. Уҡыусылары араһында Р.З.Амангилдина, Ф.З.Сәлихов, БР‑ҙың атҡ. артистары И.Ф.Вәлиев, М.У.Исҡужина, РФ‑тың — А.Волкова, ТР‑ҙың —З.Шакирова һ.б. Репертуарында операларҙан ариялар, башҡ., урыҫ, сит ил комп. йырҙары, башҡ. халыҡ йырҙары. Ғ.Әлмөхәмәтов ис. призға Респ. йәш йырсылар конкурсы лауреаты (1970).

Әҙәб.: Троицкая Л.Н., Ахмадиева Р.Р. Уфимское училище искусств. Уфа, 1992; Байрамова И.И., Зиннатшина Н.В. Вокальная школа Миляуши Муртазиной. Уфа, 2001.

Э.Ә.Әхмәтшина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика