СӘҒИТОВА Гүзәл Борхан ҡыҙы (8.3.1936, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Абзай а. — 4.7.2008, Өфө, тыуған ерендә ерләнгән), актриса. БАССР‑ҙың халыҡ (1989) һәм атҡ. (1978) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1961). ГИТИС‑ты тамамлағандан һуң (1959; Б.В.Бибиков, О.И.Пыжова курсы) 1995 й. тиклем БАДТ актрисаһы.

С. ижадына реалистик кәүҙәләндереү, психологик тәрәнлек һәм ышандырғыс көс хас була. Төп ролдәре: Зоя (“Эҙләнеү йылдары”, А.Н.Арбузов; дебют, 1960), Шәмсинур (“Үҙебеҙ һайлаған яҙмыш”, Т.Ғ.Миңнуллин), Марина (“Ҡараңғылыҡ хөкөм һөргәндә”, Л.Н.Толстой), Ганна (“Эңер төшкәс...”, А.Дударев) һ.б. Актрисаның репертуарында комик: Камила (“Ҡыҙ урлау”, М.Кәрим), Зәбирә (“Законлы никах менән!”, Ә.Ҡ.Атнабаев), Мулбикә (“Шомбай”, К.Мәргән); трагик ролдәр: Әсә (“Онотолған әҙәм”, Н.Хикмәт), Анна Павловна (“Тере мәйет”, Толстой). С. ижадында көслө рухлы әсәләр образдары ҙур урын алып тора: Маһитап (“Ғүмер ике килмәй”, Ә.М.Мирзаһитов), Разия (“Ай булмаһа, йондоҙ бар”, Миңнуллин).

Әҙәб.: Атнабаева З. Яҙмыштар. Ролдәр. Яҙмыштар. Өфө, 2008.

Х.А.Сәғитов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика