СӘҒИТОВ Тәлғәт Фәйзулла улы (25.12.1930, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны 1‑се Ҡырмыҫҡалы а.), йырсы (драматик баритон). БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1971). Урал консерваторияһын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1965; Н.И.Уткина класы) 1991 й. тиклем һәм 1994 й. БДОБТ солисы, 1995—96 йй. вокал б‑са репетиторы. Көслө, йомшаҡ тауышҡа эйә; башҡарыу сәнғәте музыкаллеге, артистизмы, образды нескә тойоу м‑н айырылып тора. Төп партиялары: Грязной (“Батша кәләше” — “Царская невеста”, Н.А.Римский‑Корсаков; дебют, 1965), Щелкалов (“Борис Годунов”, М.П.Мусоргский), Эбн-Хакиа (“Иоланта”, П.И.Чайковский), Амонасро (“Аида”, Дж.Верди), Эскамильо (“Кармен”, Ж.Бизе). Аҡсәсән (“Урал илселәре”), Вадим (“Ағиҙел тулҡындары”), Ҡурамша (“Замандаштар”) партияларын, З.Ғ.Исмәғилевтең “Россиянмын” (1969) кантатаһын тәүге башҡарыусы. Концерт репертуарында А.Л.Гурилёв, С.В.Рахманинов, Исмәғилев, Н.Ғ.Сабитов йырҙары, романстары һ.б. П.И.Чайковский ис. концерт консерватория залдарында (икеһе лә – Мәскәү) йырлай. СССР‑ҙың халыҡ артистары А.Ф.Ведерников, Т.А.Милашкина, А.Б.Соловьяненко, А.А.Эйзен һ.б. м‑н сығыш яһай. Ленинградта үткәрелгән БАССР мәҙәниәте көндәрендә ҡатнаша (1969). СССР, Венгрия буйлап гастролдәрҙә була.

Э.Ә.Әхмәтшина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика