СӘҒИТОВ Ришат Рәфҡәт улы (27.12.1967, Бакал ҡ.), комп., баянсы. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2007). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1982; Н.С.Бачурин класы), ӨДСИ‑не (1987; В.П.Сухановтың баян класы, С.М.Тюфяковтың дирижёрлыҡ итеү класы) тамамлаған. 1983 й. алып ӨПЭЗ эргәһендәге Салауат Юлаев ис. бейеү ансамбленең, 1986 й. — Башҡ. филармонияһы муз.-әҙәби лекторийының аккомпаниатор-концертмейстеры, 1990 й. — ӨДСИ эргәһендәге махсус урта музыка мәктәп-лицейы уҡытыусыһы, 1997 й. – БАДТ‑ның муз. бүлеге мөдире, 2000—02 йй. “Башҡортостан” ТРК‑ның тауыш реж., 2002 й. башлап БР Милли Йәштәр театрының муз. бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта 2013 й. алып БДПУ‑ның Педагогия ин‑тында каф. мөдире. С. ижадына моңлолоҡ, сағыу образдар, муз. теленең ябайлығы хас. Әҫәрҙәре араһында Н.Ғәйетбайҙың “Аты барҙың — дәрте бар” (1997), А.Н.Островскийҙың “Таланттар һәм табыныусылар” (“Таланты и поклонники”) пьесаһы б‑са “Аҡ ҡанатлы хыялым” (1998), Ф.М.Бүләковтың “Дала ҡиссаһы” (2003), Х.К.Андерсендың “Һандуғас” (“Соловей”) әкиәте б‑са ш. уҡ исемле спектаклдәренә музыка; А.А.Солтанов т‑да “Ҡараңғылыҡтағы нур” (“Свет во тьме”, 2001), “Мостай Кәрим” (“Мустай Карим”, 2005) документаль фильмдары, “Ай ҡыҙы” т/ф (2001—02; бөтәһе лә – “Башҡортостан” ТРК); башҡ. һәм урыҫ шағирҙары шиғырына 50‑нән ашыу йырҙар. Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә (Мәскәү, 1985), Мәскәүҙә БР көндәрендә (2007), ЮНЕСКО‑ның штаб-квартираһында уҙғарылған БР‑ҙың халыҡ-ара презентацияһында (Париж, 2008) ҡатнаша.

Э.Ә.Әхмәтшина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика