СӘҒИТОВ Нурғәли Хәбибулла улы (5.5.1905, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Һынны а., хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны Иҫке Һынны а., — 12.4.1971, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә ҡсб, Өфөлә ерләнгән), селекционер. А.х. ф. канд. (1951). К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. тамамлаған (1931). 1933 й. алып Пермь дәүләт а.х. тәж. ст. дир. урынбаҫары, дир.; 1939 й. — Яҡут дәүләт селекция ст. бүлек мөдире, 1944 й. — дир. урынбаҫары; 1953 й. — Алыҫ Көнсығыш игенселек һәм малс‑ҡ ҒТИ‑ның (Хабаровск ҡ.) бүлек мөдире; 1957 й. — СССР‑ҙың Ҡара тупраҡһыҙ зонаһы Төньяҡ‑Көнсығыш а.х. ҒТИ‑ның (Киров ҡ.) бүлек мөдире, 1960 й. — өлкән ғилми хеҙм‑ре; 1962 й. — БНИИСХ‑ның лаб. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре бойҙай селекцияһына арналған. С. тарафынан яҙғы бойҙайҙың Скороспелка, Башкирская 9 һ.б. сорттары сығарылған. 70‑се йй. Башҡортостанда Башкирская 9 сорты яҡынса 300 мең га майҙанда үҫтерелгән. 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Яндекс.Метрика