СЕЯНЕЦ ТИТОВКИ, алмағас сорты. 1928 й. В.П.Стреляев тарафынан Топорнин тәж.‑помология пунктында (ҡара: Кушнаренко емеш‑еләк һәм виноград культуралары селекцияһы үҙәге) сығарыла. Уртаса бейеклектәге, тиҙ үҫеүсән, һирәк пирамидаль сатырлы ағас. Үрендеһе уртаса, төҙ, асыҡ көрән төҫтә. Япрағы эре, оҙонса йомортҡа формаһында, осо винт рәүешле уралған. Емешенең ауырлығы 86—140 г, цилиндр формаһында, бер аҙ ҡырлы, шыма, йәшкелт һары төҫтә, көрәнһыу‑ҡыҙғылт алһыулығы бар. Ҡабығы уртаса ҡалынлыҡта, майлы. Итсәһе һарғылт аҡ, уртаса тығыҙлыҡта, ваҡ ярмалы, һутлы, тәме әскелтем‑сөсө. Ҡулланыу өсөн өлгөрөү ваҡыты сент. уртаһында етә, март башына тиклем һаҡлана. Составында 14,2% ҡоро матдә, 8,7% шәкәр, 6,1—7,6 мг/100 г С витамины бар. Ҡышҡа сыҙамлы сорт, ҡутырға ҡаршы тороусанлығы уртаса. Уңдырышлылығы 134,5 ц/га (Кушнаренко тәж. баҡсаһы, 1996). БАССР б‑са ҡулланылышҡа 1959 й. индерелгән, бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.

Т.Ғ.Дёмина

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика