СЕФЕРОВА Ева Павловна (Богосовна) (25.1.1891, Симферополь ҡ. – 27.3.1968, Өфө), пианист, педагог. Петроград консерваторияһын тамамлағандан һуң (1914; В.Н.Дроздов класы) 1944 й. тиклем Симферополдә: яңғыҙ концерттар м‑н сығыш яһай, музыка уч‑щеһында эшләй. 1945—67 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһында (1946—65 йй. фп. бүлеге мөдире), бер үк ваҡытта 1957 й. алып 1‑се музыка мәктәбендә, 1961 й. – Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тының Өфө уҡытыу-консультация пунктында уҡыта. Сәнғәт училищеһы, Башҡорт филармонияһы концерттарында һ.б. сығыш яһай. С.‑пианист репертуарында донъя классикаһы музыкаһы, улар араһында А.С.Аренский, Л.Бетховен, Ф.Лист, А.К.Лядов, П.И.Чайковский, Ф.Шопен әҫәрҙәре. Пед. эшмәкәрлегендә С. уҡытыуҙың классик принциптарын һәм алымдарын ҡуллана. Уҡыусылары араһында сәнғәт ғилеме д‑ры В.П.Бобровский, БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре Л.М.Горбунова, РФ‑тың — Н.А.Латышева, БССР‑ҙың —Э.С.Мартиросьянц, РСФСР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре Г.М.Калинкович, БАССР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы Л.П.Нехаева, РСФСР‑ҙың атҡ. артисы М.И.Чулаки.

Әҙәб.: Троицкая Л.Н., Ахмадиева Р.Р. Уфимское училище искусств. Уфа, 1992; Гарипова Н.Ф. Фортепианное исполнительство и образование в Уфе. Страницы истории. Уфа, 2010.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика