СЕРЕДА Нина Алексеевна (9.2.1948, БАССР‑ҙың Мәсетле р‑ны Оло Ыҡтамаҡ а.), тупраҡ белгесе‑агрохимик. Биол. ф. д‑ры (1999), проф. (2004). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (2004). МДУ‑ны тамамлаған (1971). 1976 й. алып Башҡ‑н а.х. химиялаштырыу проект‑тикшеренеү ст.: баш агрохимик, бүлек нач.; 1990 й. башлап “Башҡортостан” ҒПБ‑ның бүлек мөдире; 2000 й. алып БДАУ‑ҙа (2009 й. тиклем агрохимия каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре тупраҡғилеменә, агрохимияға, агроэкологияға, тупраҡтың агрохимик үҙенсәлектәре мониторингыһына, ашламалар ҡулланыуҙың рациональ алымдарын эшләүгә, тупраҡтың уңдырышлылығын тергеҙеүгә һәм а.х. продукцияһы сифатын яҡшыртыуға арналған. С. тарафынан а.х. агрохимик хеҙмәтләндереү камиллаштырыла һәм һөрөнтө тупраҡҡа эзбиз индереү кәрәклеген, уның микроэлементтар м‑н тәьмин ителгәнен билдәләү б‑са, ауыр металдар һәм радионуклидтар барлығына агрохимик тикшеренеүҙәрҙең яңы ысулдары индерелә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Агрохимические условия воспроизводства плодородия чернозёмов Башкортостана. Уфа, 2002.

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Яндекс.Метрика