СЕРГЕЕВ Пётр Васильевич (18.7.1929, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Баҙлыҡ‑Васильевка а., хәҙ. БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны Баҙлыҡ а., — 14.11.1981, шунда уҡ), Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). РСФСР‑ҙың соц. а.х. отличнигы (1966). 1944 й. алып Бишбүләк р‑нында эшләй: 1944—49 йй. һәм 1958—81 йй. М.Горький ис. к‑зда, 1949—58 йй. Бишбүләк МТС‑ында (1949 й. башлап тракторсы). С. етештереүҙең юғары күрһәткестәренә өлгәшкән: йыллыҡ эшләп сығарыу күләмен 1,8 тапҡырға арттырып үтәгән. БАССР ЮС‑ының 8‑се саҡырылыш депутаты. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1971).

Әҙәб.: Козлов А. Вкус хлеба //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1973.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Яндекс.Метрика