СЕНАЖ, киптерелгән (50—55% дымлылыҡҡа тиклем) үләндәрҙән әҙерләнгән, анаэроб шарттарҙа консерваланған мал аҙығы. С. әҙерләү өсөн күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үләндәр (башлыса ҡуҙаҡлылар һәм уларҙың ҡыяҡлылар м‑н ҡатышмалары), иген фуражы культураларының ҡуҙаҡлы- ҡыяҡлы ҡатышмалары ҡулланыла. С. соҡорҙа (төп ысул), полимер плёнканан яһалған төргәктәрҙә бер аҙ киптерелгән һәм ваҡланған үләндәрҙән әҙерләнә, иген сенажы соҡорға киптермәйенсә һалына. 1 кг С. составына 0,30—0,34 мал аҙығы берәмеге, 35—38 г үҙләштерелеүсе протеин инә; 1 кг иген сенажына — ярашлы рәүештә 0,35—0,40, 35—50. Башҡортостан хужалыҡтарында йыллыҡ С. әҙерләү 2000—2650 мең т тәшкил итә. Өфө р‑нының «“Алексеевка” совхозы », Күгәрсен р‑нының “Тәүәкән” ДУАХП‑ларында, Ейәнсура р‑нының “Инәк” АХПК‑нда, Ғафури р‑нының «“Ватан” агрофирмаһы» ЯСЙ‑нда С. төргәктәрҙә әҙерләү технологияһы индерелә. 20 б. 60‑сы йй. башлап С. әҙерләү һәм һаҡлау технологияларын камиллаштырыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр — Ауыл хужалығы институтында (И.Л.Аллабирҙин, Х.Ғ.Ғөбәйҙуллин һ.б.), иген сенажын һәм С. төргәктәрҙә әҙерләү б‑са Аграр университетта (Т.Ә.Фәритов, Ф.С.Хәзиәхмәтов һ.б.) алып барыла. Шулай уҡ ҡара: Мал аҙығы етештереү.

Әҙәб.: Ф а р и т о в Т.А. Корма: заготовка, хранение и подготовка к скармливанию. Уфа, 2005; ш у л у ҡ. Корма и кормовые добавки для животных. Уфа, 2008.

Т.Ә.Фәритов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика