СЕЛЕЗНЁВ Юрий Акимович (20.6. 1946, Брянск ҡ.), баянсы, дирижёр, педагог. Профессор (2009). БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2006). Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1969; А.А.Сурковтың баян класы, В.И. Бахарёвтың дирижёрлыҡ итеү класы) ӨДСИ‑лә (2008 й. алып оркестр м‑н дирижёрлыҡ итеү каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1993—2012 йй. урта махсус музыка колледжында һәм Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта, 1970—93 йй. — Башҡ. филармонияһы солисы, концертмейстеры. С. башҡарыу сәнғәтенә автор стилен нескә тойоу, йомшаҡ һәм йылы яңғыраш хас. С.‑баянсы репертуарында сит ил (И.С.Бах, Ф.Лист, Д.Скарлатти), урыҫ (А.П.Бородин, М.П.Мусоргский, Н.Я.Чайкин), башҡ. (Н.Я.Инякин, А.К.Кукубаев) комп. әҫәрҙәре, халыҡ музыкаһы; С.‑дирижёр — урыҫ һәм сит ил классикаһы әҫәрҙәре, заманса акад. музыка. С. етәкс. Р.М. Бәкеровтың халыҡ музыка ҡоралдары оркестры өсөн “Хикәйәт” (“Сказание”) сюитаһы, Баян м‑н оркестр өсөн концерты, татар халыҡ йырҙары темаһына “Таң ата” (“Встаёт рассвет”) фантазияһы тәүге тапҡыр башҡарыла. Яңғыҙ концерттар (1969—76) м‑н, ӨДСИ‑нең “Родные напевы” урыҫ халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле составында (1978—93) сығыш яһай; Сәнғәт институтының баянсылар, урыҫ халыҡ музыка ҡоралдары һәм симфоник оркестрҙары м‑н дирижёрлыҡ итә. СССР һәм Германия буйлап гастролдәрҙә була. Уҡыусылары араһында В.А.Ярцев, РФ‑тың атҡ. артистары Ю.П.Арнаутов, С.А.Брык, А.П.Шендрик, В.А.Ширыбыров; РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре Ю.А.Гладков, В.В.Петровская; БР‑ҙың — А.Ф.Антонов, Р.З. Әхмәтйәнов, Удмуртияның — В.В.Фролов. “Маэстро” Бөтә Рәсәй йәш дирижёрҙар конкурсын булдырыуҙың инициаторы һәм ойоштороусыһы (2002 й. алып). Халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау мәсьәләләре б‑са уҡыу программалары, фәнни‑методик хеҙмәттәр авторы. “Pianello Val Tidone” Халыҡ‑ара конкурсы лауреаты (Пианелло Валь Тидон ҡ., Италия; 2006).

Әҙәб.: Селезнёв Юрий Акимович //В творческом поиске: сб. материалов. Уфа, 2000.

Р.Ғ.Сәғәҙиева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика