СЕЙӘ (Cerasus), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 150‑нән ашыу төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ҡыуаҡ С., йәки ҡыр С. үҫә. Бейеклеге 1,5—2,0 м булған ҡыуаҡлыҡ. Япрағы оҙонса-эллиптик формала, нигеҙе шына һымаҡ, сите ваҡ киртләсле. Сәскәһе аҡ төҫтә, сәскәлеге сатыр формаһында. Майҙа сәскә ата. Емеше — һутлы төшлө емеш, йомро, ҡыҙыл йәки ҡуйы ҡыҙыл, ауырлығы 3 г тиклем, июлдә өлгөрә. Респ. бөтә терр‑яһы буйлап урман ситтәрендә, ҡоро битләүҙәрҙә үҫә. Культурала баҡса С. (бейеклеге 2 м тиклем булған ҡыуаҡлыҡ; емешенең ауырлығы 3—5 г, ал төҫтән алып ҡыҙылға тиклем) һәм кейеҙ С. (бейеклеге 1—2 м булған ҡыуаҡлыҡ, ботағы һоро төҫтәге кейеҙ кеүек төктәр м‑н ҡапланған; емешенең ауырлығы 4 г тиклем, ҡыҙыл, бик ҡыҫҡа емеш һабы бар) таралған. Емешенең составына 8—10% шәкәр, 0,15—0,88% органик к‑талар, 15 мг% тиклем С витамины; дуплау матдәләре һәм микроэлементтар инә. Баҡса С. ҡышҡа, ҡоролоҡҡа сыҙамлы. Орлоҡтар, тамыр үҫентеләре (кейеҙ С. башҡа), йәшел һабаҡсалар м‑н, ялғанмышты ашлап үрсетелә. БР‑ҙа ҡыуаҡ формаһында, ҡайһы бер райондарҙа ярым ағас кеүек үҫтерелә. Көнсығыш, төньяҡ-көнсығыш, төньяҡ‑көнбайыш экспозицияның ҡалҡыу урындарында үҫтерәләр; рәт аралары 3—4 м, үҫемлектәр араһындағы алыҫлыҡ 1,5—2,0 м. Уңдырышлылығы 30 ц/га (Кушнаренко емеш‑еләк культуралары һәм виноград селекцияһы үҙәге, 2010). Емеше яңы йыйылған һәм эшкәртелгән килеш ҡулланыла. Урындағы һәм интродукцияланған С. сорттарының зона агротехникаһын эшләү һәм биол. үҙенсәлектәрен өйрәнеү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Кушнаренко (1934 й. алып), Баймаҡ (1959—83), Стәрлетамаҡ (1959—74), Өфө (1960— 80) тәж.‑производство хужалыҡтарында үткәрелә (Ғ.Ә.Мансуров, В.П.Стреляев һ.б.). С. бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә. БР б‑са ҡулланылышҡа ҡыр С. (Незябкая, Полжир һәм Уфимская ранняя), баҡса С. м‑н ҡыр С. һеркәләндереүҙән сыҡҡан сорттар (Уральская рубиновая, Щедрая) һ.б. индерелгән.

Әҙәб.: М а н с у р о в Г.А. Советы садоводу. Уфа, 1981; Система ведения интенсивного садоводства в колхозах и совхозах БАССР: (рекомендации). М., 1990; Каталог инновационных разработок. Научная и инновационная деятельность Башкирского государственного аграрного университета. Уфа, 2012.

Е.В.Кучеров, Ғ.Ә.Мансуров

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Яндекс.Метрика