СЕВЕРЯНКА, суданүләне сорты. 1991 й. Ф.Х.Лоҡманова, Ә.Н.Биктимеров, В.И.Никонов, Т.И.Бойкова тарафынан (БНИИЗиС) Бродская 2, Камышенская скороспелая, Лунинская һәм Пензенская ранняя сорттарынан иң продуктив үҙенән‑үҙе һеркәләнгән линияларҙы ике тапҡыр ҡайтанан ирекле һеркәләндереү ысулы м‑н сығарыла. Һабағының бейеклеге 2,0—2,2 м, төҙ, нәҙек һабаҡлы, 5—8 быуын араһы бар, йығылмай. Япраҡлылығы 65—68%. Япрағы ҡыяҡлы, бөтә үҫемлек буйлап тигеҙ урынлашҡан. Сәскәлеге — күп башаҡлы һепертке. Бөртөксәһе ваҡ, бер аҙ ялпаҡ. 1000 орлоғоноң ауырлығы 10—13 г. Уртаса өлгөрөүсән, ҡоролоҡҡа сыҙамлы сорт. Ҡыҙыл бактериаль таптарға бирешмәй. Шытымдарҙан алып орлоҡтарының өлгөрөүенә тиклемге вегетация осоро 95—105 көн. Уртаса уңдырышлылығы (ц/га): йәшел масса — 388, бесән — 78, орлоҡ — 22,5; йәшел массала (ҡоро матдәгә күсереп иҫәпләгәндә) 8,3—12,6% сей протеин бар (Үҫемлекселек буйынса селекция үҙәге, 2001—06). 1995 й. Көнбайыш Себер, 1997 й. — Көнсығыш Себер, 2000 й. Алыҫ Көнсығыш төбәктәре б‑са ҡулланылышҡа индерелгән.

Ф.Х.Лоҡманова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика