АТАУТАМАҠ, Салауат р‑нындағы ауыл, Таймый а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 60 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 89 км алыҫлыҡта Атау й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 94 кеше; 1920 — 109; 1939 — 159; 1959 — 163; 1989 — 126; 2002 — 155; 2010 — 136 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 1880 й. Златоуст өйәҙендә Вятка губ. күсеп килеүселәр ҡасаба булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. А. ҡасабаһында 9 йортта 60 кеше йәшәгән. Игенселек, һөнәрселек кәсебе м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. тимерлек теркәлгән. 20‑се йй. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов