САЯПОВ Искәндәр Әғзәм улы (15.9. 1934, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Шишмә- Борай а. — 8.7.2008, Өфө), сценограф. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (1994). Рәссамдар союзы ағзаһы (1980). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1967; педагогтары А.М.Кудрявцев, Л.В.Кузнецов), ӨДСИ‑не (1978; М.Н.Арыҫланов, Р.М.Нурмөхәмәтов) тамамлаған. 1958—62 йй., 1968—73 йй. Борай татар халыҡ театры рәссамы, 1978 й. алып Башҡ‑н ижади‑производство комб‑тының цех етәксеһе, 1987 й. — баш рәссамы, 1991—98 йй. Туймазы драма театрының баш рәссамы, 2002—08 йй. БДХМ‑дың “Ижад” күргәҙмә залы мөдире. 40‑тан ашыу спектаклде биҙәгән; сәхнәнең күләм‑киңлеген аныҡ ойоштороуға өлгәшә, стилистик хәл ителеш нигеҙендә — классик реализмдың рәсем сәнғәте‑пластика алымдары. Борай татар халыҡ театры өсөн — “Айгөл иле” (1973); БАДТ өсөн — Д.Норметтың “Юғалтыу” (“Каждый ищет любви”; 1978), А.Ф. Коломиецтың “Ҡырағай фәрештә” (“Дикий ангел”) пьесаһы б‑са “Ата йорто” (1981); Туймазы татар драма театры өсөн — Т.Ғ.Миңнуллиндың “Беҙ бит ауыл малайҙары” (1991), Ш.Р. Рәхмәтуллиндың “Йондоҙом минең” (1996), Ә.М.Мирзаһитовтың “Сәскәгә күмелгән баҡса” (1998) һ.б. — декорациялар һәм костюмдар эскиздары авторы. Башҡорт филармонияһының концерттарын биҙәүҙә ҡатнаша, Ф.Ә.Ғәскәровтың бейеү постановкалары өсөн костюмдар эскиздарын эшләй. Станокта башҡарылған рәсем сәнғәте һәм графика өлкәһендә, башлыса портрет (“Әсә портреты”; ҡағыҙ, күмер), пейзаж (“Болотло көн”, ҡатырға, майлы буяу; икеһе лә — 1975; “Ҡыш”, 1977, ҡағыҙ, акв.) жанрҙарында эшләй. 1960 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1984, 1994, 2009). Эштәре БДХМ, Борай музейы коллекцияларында, Рәсәйҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. Халыҡ театрҙарының зона смотры (Өфө, 1973), Бөтә Рәсәй СССР художество вуздары студенттарының диплом эштәре күргәҙмәһе (Ленинград, 1978) лауреаты.

Әҙәб.: Выставка произведений художников- сценографов Республики Башкортостан: каталог /авт.‑сост. С.В.Евсеева. Уфа, 2000.

А.Е.Григорьева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика