САФИУЛЛИН Хәләф Ғата улы [20.3. 1921, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Сәлих а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 13.4.1965, Баҡы, Өфөлә ерләнгән], балет артисы, балетмейстер. РСФСР‑ҙың халыҡ (1955), БАССР‑ҙың халыҡ (1949) һәм атҡ. (1946) артисы. Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1941; педагогы А.И.Пушкин) БДОБТ солисы, 1960—64 йй. балет студияһы етәксеһе һәм педагогы. Тәүге башҡ. проф. бейеүселәрҙең береһе. С. художество йәһәтенән камил, хисле образдар ижад итә. Башҡарыу оҫталығы виртуоз техника, юғары еңел һикерештәр, темперамент һәм музыкаллек м‑н айырылып тора. Төп партиялары: Франц (“Коппелия”; дебют), Нур (“Зөһрә”, Н.Ғ.Йыһанов), Жан де Бриен (“Раймонда”, А.К.Глазунов), Альберт (“Жизель”, А.Адан), Франц (“Зәңгәр Дунай” — “Голубой Дунай”, И.Штраус) һ.б. Йомағол (“Сыңрау торна”), Зигфрид (“Аҡҡош күле” — “Лебединое озеро”, П.И.Чайковский), Тимерғол (“Тау риүәйәте” — “Горная быль”, А.С.Ключарёв), Фрондосо (“Лауренсия”, А.А.Крейн), Ли Шан Фу (“Ҡыҙыл мәк” — “Красный мак”, Р.М.Глиэр) партияларын тәүге башҡарыусы. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша (1955). СССР һәм сит илдәр (Болгария, Германия, Ҡытай, Франция, Һиндостан һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була. “Сыңрау торна” (“Журавлиная песнь”; Свердловск к/ст, 1959) фильм‑балетында Арыҫланбай ролен башҡара. Чайковскийҙың “Аҡҡош күле” (“Лебединое озеро”; 1947), Ключарёвтың “Тау риүәйәте” (“Горная быль”; 1951; икеһе лә — Е.К.Войтович м‑н берлектә), Н.Ғ.Сабитовтың “Буратино” (1960) балеттарын ҡуя. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1946). Өфөлә С. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Х а й р у л л и н Р. Мастера балетного искусства Башкирии. Уфа, 1963.

Р.Н.Хәбирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика