САФИУЛЛИН Марс Ғәлим улы (12.3.1952, БАССР‑ҙың Бишбүләк р‑ны Ҡыңғыр‑Мәнәүез а.), бейеүсе. БАССР‑ҙың халыҡ (1989) һәм атҡ. (1983) артисы. Башҡ. респ. мәҙәни‑ағартыу уч‑щеһын тамамлаған (Стәрлетамаҡ ҡ., 1970; педагогтары К.С.Цыганкова, В.А.Цыпляков). 1973 й. алып Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1991 й. — Өфө “Нур” татар театрында бейеү б‑са репетитор, 1995— 98 йй. Башҡ. филармонияһы солисы, бер үк ваҡытта 1991—95 йй. ӨДСИ‑лә уҡыта. Төрлө пландағы бейеүсе, юғары башҡарыу оҫталығына һәм сағыу актёрлыҡ һәләтенә эйә. Яңғыҙ бейеүҙәр “Һунарсы” (ҡара: “Перовский”) һәм “Бүләк”, “Гөлнәзирә”, “Дуҫлыҡ”, “Зарифа” һ.б. бейеүҙәрҙә яңғыҙ партиялар башҡара. Төрлө йылдарҙа респ. үҙешмәкәр бейеү коллективтарына етәкселек итә. БР‑ҙың Ф.Ғәскәров ис. башҡ. халыҡ бейеүҙәре ансамблендә “Шаяндар” бейеүен ҡуя. Ҡарағалпаҡ (1976) һәм Яҡут (1978) АССР‑ҙарында, ТАССР‑ҙа (1989) БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә, Сыуаш АССР‑ында (1981), Мәскәүҙә (1987) БАССР мәҙәниәте көндәрендә ҡатнаша. СССР һәм донъяның 22 иле буйлап гастролдәрҙә була.

З.И.Ҡудашева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика