САФИУЛЛИН Әбелхәйер Ҡасим улы (15.8.1943, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Ҡаратәкә а.), режиссёр. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2003). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1991). Респ. мәҙәни‑ағартыу уч‑щеһын (Стәрлетамаҡ ҡ., 1969; Г.Х.Хәбибуллин курсы), ӨДСИ‑не (1977; Л.В.Вәлиев, Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы) тамамлаған. 1976 й. алып БАДТ‑ның постановкалар бүлеге мөдире, 1980 й. – Сибай драма театры реж., 1982–89 йй. ӨДСИ‑нең художество‑постановкалар бүлеге мөдире, 1990—94 йй. уҡыу театры дир., 1989—90 йй. һәм 1997 й. башлап Өфө “Нур” татар театрының, 1994—96 йй. Туймазы татар драма театрының баш режиссёры.

С. ижади алымы нигеҙендә — анилитик ҡараштан сығып эш итеү. Башлыса трагикомедияларға һәм спектакль‑ғибрәтле хикәйәгә мөрәжәғәт итә. “Нур” театрын ойоштороусыларҙың береһе, ижади ҡаҙаныштарының күпселеге ошо театрға бәйле: Аманулланың “Имәнес зат” (“Волосатое чудо”), К.Ғ.Тинчуриндың “Көйһөҙ кейәү” (“Капризный жених”), “Ғәлиәбаныу”, Ф.М.Биғәшевтең “Өкө боролошонда” (“На совином повороте”) һ.б. спектаклдәр. А.М.Ғиләжевтең “Өс аршин ер” (“Три аршина земли”), М.А.Ғиләжевтең “Бисура” (“Бичура”) пьесаһы б‑са “Төш күреүҙәр” (“Сновидения”), А.К.Кәшфуллиндың “Көршәксе серҙәре” (“Тайны горшечника”) спектаклдәре тәрән фәлс. дөйөмләштереү м‑н айырылып тора. Сибай башҡорт драма театрында — “Ҡырҙарым, туғайҙарым” (Т.Ғ.Миңнуллин), “Иртәгә үләм” (И.Ә.Абдуллин); Туймазы татар драма театрында Ф.Г.Яруллиндың “Тормош ағасы”, Д.Киноситаның “Торна ҡанаттары”, А.П.Чеховтың “Ваня ағай” (бөтәһе лә – татар телендә) һ.б. спектаклдәр ҡуя.

Т.Н.Хәйбуллина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика