САФИУЛЛИН Ғиндулла Ғиззәтулла улы (7.5.1933, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Волга ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Волга а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1979). БАССР‑ҙың атҡ. а.х. механизаторы (1966). 1948—97 йй. Дәүләкән р‑нында эшләй: Суйынсы МТС‑ы тракторсыһы; 1961 й. алып В.И.Ленин ис. АХПК‑нда: 1969 й. тиклем, 1973 й. һәм 1983—85 йй. тракторсы, 1969— 72 йй. һәм 1974—80 йй. комбайнсы, 1981—82 йй. машина‑трактор оҫтаханалары мөдире, 1986—1989 йй. һәм 1995 й. башлап көйләүсе мастер, 1990—92 йй. баш инженер. С. юғары хеҙмәт етештереүсәнлегенә өлгәшә: уның тарафынан 1978 й. пландағы 318 га урынына 652 га майҙандан иген культуралары урып алына, игендең төшөмө 1752,3 т тәшкил итә. Ленин (1973, 1979), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

 

Яндекс.Метрика