САФИН Хәлил Мәсғүт улы [1.7.1963, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Ҡолғана а. (БР‑ҙың Бөрйән р‑ны)], инженер‑гидротехник. БР ФА акад. (2016), а.х. ф. д‑ры (2003), проф. (2006). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) шунда уҡ эшләй. 1986 й. алып Әбйәлил р‑нында: комсомол һәм партия эшендә, 1990 й. — Әлмөхәмәт а/с башҡарма ком‑ты рәйесе, 1992 й. башлап “Ҡыҙылъяр” крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһы, 1994 й. — “Әбйәлил” тәж.‑производство хужалығы директоры. 1996 й. алып БНИИСХ‑ның өлкән ғилми хеҙм‑ре, 2000 й. лаб., 2011—13 йй. бүлек мөдире, 2000—06 йй. һәм 2007— 08 йй. БР А.х. министрлығының фән һәм тышҡы бәйләнештәр бүлеге, 2000—07 йй. — үҫемлекселек бүлеге нач., 2008 й. башлап БДАУ‑ҙың ер төҙөлөшө каф. мөдире, 2013 й. алып БР ФА‑ла (2015 й. — биол. һәм а.х. фәндәре бүлегенең акад.‑секретары). Фәнни тикшеренеүҙәре мал аҙығы культураларын һуғарылған һәм боғара ерҙәрендә үҫтереү технологияһын оптимизациялауға, ауыл хужалығы зоналары буйлап оптималь һуғарыу нормаларын эшләүгә арналған. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Х е ҙ м.: Ресурсосберегающие технологии в мелиорации земель Башкортостана. Уфа, 2000 (авторҙ.); Производство кормов на мелиорированных землях Башкортостана. Уфа, 2001 (авторҙ.); Сенокосы и пастбища Урала. Ярославль, 2002 (авторҙ.).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика