АТАУЛЛИН Ринат Юмор улы (23.1.1959, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Ташбулат а.), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2010). Рәссамдар союзы ағзаһы (1991). Магнитогорск пед. ин‑тын тамамлаған (1981). 1983—94 йй. Әбйәлил р‑ны Асҡар а. балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, 1997 й. алып Үҙәк район китапханаһының рәссам-биҙәүсеһе, 2007 й. — реклама һәм дизайн бүлеге мөдире. Рәссамдың эштәре башҡ. халҡы тарихына, тыуған ергә һәм кешенең рухи көсөнә арналған: “Еңеү тураһында хәбәр” (1988), “Ижап” (1999), “Аҡмулла” (2006), “Шанлы йылдар” (2010). Төҫтәрҙең бай палитраһы сағыулығы уның картиналарына драматизм өҫтәй (“Аят”, 1990; “Атайым уйҙары”, 1991; “Ата-бабалар ере”, 1999; “Васыят”, 2000; “Еңеү”, 2010), эске динамикаһын еткерә (“Шүрәле тауы”, 1988; “Епшек көн”, 1990; “Август”, 2000). Әбйәлил р‑нының билдәле кешеләренең портреттары, пейзаждар (“Көҙ”, 1985; “Тауҙарҙа ҡыш”, 1984; “Март ҡояшы”, 1985), тематик картиналар («Ишмөхәмәт сәсән Мырҙаҡаев — “Урал батыр” эпосын тәүге һөйләүсе», 2001; “Салауаттың өҙөлгән йыры”, 2004), Сибай музейындағы “Ҡыш. Бүреләрҙең төнгө һунары” (1996), Күсемов Т.Т. музейындағы “Күсем ауылы — Геройҙың тыуған төйәге” (1998) һәм “Днепр аша сығыу” (2000) диорамалары авторы. “Артыш” ижади берекмәһе ағзаһы (1995). 1983 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Әбйәлил р‑ны Асҡар (1990, 2004) һәм Күсем (1996) аа., Сибай (1997), Баймаҡ (1998), Өфө (2000) ҡалалары. Эштәре БДХМ, “Урал” галереяһы (ҡара: Сәнғәт галереялары), РФ Мәҙәниәт министрлығы коллекцияларында, Рәсәй һәм сит ил шәхси йыйылмаларында һаҡлана. К.Ә.Әхмәтйәнов ис. пр. лауреаты (1998).

Әҙәб.: Творческое объединение “Артыш”: избр. произведения: каталог / авт.-сост. С.В.Евсеева. Уфа, 2002.

Тәрж. Г.С.Балтабаева