САТТАРОВ Рифғәт Миҙехәт улы (19.8.1949, Гремячинск ҡ.), бейеүсе, балетмейстер. РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2004), БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1977). 1974—80 йй. Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) солисы, 1981 й. алып С.Орджоникидзе ис. мәҙәниәт һарайының бейеү ансамбле, 1982 й. — ВЛКСМ‑дың 40 йыллығы ис. Өфө синтетик спирт з‑ды мәҙәниәт һарайының “Дуҫлыҡ” ансамбле етәксеһе, 1988 й. башлап (өҙөклөктәр м‑н) Башҡ. филармонияһы балетмейстеры, 1994 й. алып Ҡарман ДРЭС‑ының “Энергетик” мәҙәниәт һарайындағы “Сәфәр” бейеү ансамбленең художество етәксеһе, 1998—2009 йй. Нефтекама филармонияһының баш балетмейстеры. С. бейеүе техник камиллыҡ һәм тәьҫирле булыуы м‑н айырылып тора. “Гөлнәзирә”, “Зарифа”, “Өс туған”, “Төньяҡ амурҙары”, “Яҙғы ташҡын” һ.б. бейеүҙәрҙә яңғыҙ партиялар башҡара. “Шаян килен”, “Сыуаш бейеүе” (“Чувашский танец”), “Порт-Артур”, “Туры ат”, “Өс татар”, “Ирландия ритмдары” (“Ритмы Ирландии”) һ.б. бейеүҙәр ҡуя. СССР һәм сит илдәр (Германия, Испания, Италия, Польша, Чехословакия һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була. Бөтә Рәсәй яңғыҙ халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусылар һәм балетмейстерҙар‑бейеүҙәрҙе сәхнәгә ҡуйыусылар конкурстары лауреаты (Һамар ҡ., 1990, 1993).

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика