САРБАЕВ Ғәйфулла Фәхрислам улы [12.10.1915, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Хәлил а. (БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) — 22.2.1965, Сибай ҡ.], актёр, режиссёр. РСФСР‑ҙың атҡ. артисы (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1939; Х.Бохарский курсы) Ҡыйғы колхоз‑совхоз театры (ҡара: Минһажев Ғ. исемендәге Ҡыйғы башҡорт халыҡ театры) актёры. 1933—35 йй. Әбйәлил колхоз‑совхоз театры, 1940—41 йй., 1945—57 йй. Сибай драма театры актёры, 1958—63 йй. баш режиссёры.

Актёр булараҡ комик ролдәрҙә һәләтен күрһәтә: Хужа Насретдин (Н.Иҫәнбәттең ш. уҡ исемле пьесаһы), Әпкәләй (“Ҡарағол”, Д.Юлтый), Бәҙри (“Ғәлиәбаныу”), Әжмәғол (“Ҡыҙ урлау”, М.Кәрим) һ.б. Режиссёрлыҡ эштәрендә С. милли фольклор элементтарын ҡулланып, башҡорттарҙың тормош картиналарын һүрәтләй: М.Кәримдең “Яңғыҙ ҡайын”, Ғ.Ғ.Әхмәтшиндең “Тальян гармун”, И.Ә.Абдуллиндың “Йөрәк менән шаярмайҙар”, Н.Асанбаевтың “Фәйзи”, М.Х.Садиҡованың “Бәхет эҙләгәндә” һ.б. спектаклдәре. Йырҙар (“Фатимам”, М.Әмир шиғырына) һәм инструменталь көйҙәр авторы. С. башҡарыуында “Сыңрау торна” инструменталь көйө (ҡурай) Л.Н.Лебединский тарафынан яҙып алына һәм “Башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре” йыйынтығына индерелә. Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән (1945). С. исеме м‑н Сибайҙа урам, тыуған ауылында мәҙәниәт йорто аталған.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика