“САПТАР ЮРҒА”, башҡ. халыҡ инструменталь көйө. Тәүге тапҡыр С.Г.Рыбаков тарафынан яҙып алына һәм “Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары, уларҙың көнкүреше тураһындағы очерк менән” китабында баҫтырыла. Йырҙың варианттарын З.Ғ.Исмәғилев, Ф.Х.Камаев, А.С.Ключарёв яҙып ала. Бейеү характерындағы программалы инструменталь көй (ҡара: Программалы музыка). “С.ю.” риүәйәтендә егет һәм уның ат сабыштарында еңгән сапсан юрғаһы (ҡара: Бәйге) т‑да хикәйәләнә. Йыйындарҙың береһендә егет атының арҡаһына ҡымыҙ тултырылған семәрле көрәгә ҡуйып, ҡурайҙа уйнай башлай һәм юрға, эсемлектең бер тамсыһын да сайпылтмайынса, майҙанды түңәрәтеп юрғалап урап сыға. Хайран ҡалған байҙар уның өсөн мул аҡса тәҡдим итә, әммә егет яратҡан атын һатмай. Юрғаға хужа булыр өсөн егетте үлтерәләр, әммә саптар бер кемгә лә үҙен тоттормай. Ҡурайҙа яңғыраған көйҙө “С.ю.” тип атай башлайҙар. Ул 2 өлөштән тора. Октаваға һәм ҙур терцияға түбәнгә ҡарай һикерештәр һәм алмашынған лад уға үҙенсәлек өҫтәй; көйҙөң ритмик линияһында башҡ. халыҡ музыкаһына хас булмаған аллюр тауышын сағылдырған синкопалар осрай. Башҡарыусылар араһында Ю.И.Ғәйнетдинов, С.И.Дилмөхәмәтов (ҡара: Дилмөхәмәтовтар), К.М.Дияров. “С.ю.” С.Ғәбәши флейта һәм ағас тынлы музыка ҡоралдары өсөн эшкәрткән.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Ноталар

Яндекс.Метрика