“САҢЛЫ ҮҘӘК”, “Саңдүҙәк”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр легендаһы м‑н шиғри тексын М.А.Буранғолов 20 б. 30‑сы йй. яҙып ала, “Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар” йыйынтығында (1‑се китап, 1974) С.Ә.Галин яҙмаһында баҫтырыла. Артабанғы яҙмаларын М.М.Сәғитов, Л.Ҡ.Сәлмәнова, Н.Д.Шоңҡаров башҡара.

Лирик-психологик характерҙағы йыр. Версияларҙың береһе б‑са, йырҙың барлыҡҡа килеүе Саңлы үҙәк тип аталған урында(БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Иҫке Балапан м‑н Яңы Балапан аа. араһында),Ҡобағош батыр йәйләүендә булған ваҡиғаға бәйле. Уның ҡайҙалыр китеүенән файҙаланып, ҡаҙаҡ батыры ҡатынын урлай. Эҙләргә сыҡҡан Ҡобағош уларҙың бергә йоҡлап ятҡан ваҡытында таба һәм алышта ҡаҙаҡты үлтерә. Ҡобағош Ишмөхәмәт сәсәндән был ваҡиғалар т‑да йыр сығарыуын һорай. Шиғырҙа уның әрнеүле кисерештәре үҙән тәбиғәтен һүрәтләү м‑н оҫта берләштерелә. Өҫкө төп тондың фраза башында ике тапҡыр ҡабатланыуы, орнаментиканың уртаса, полиметриканың бай булыуы көйҙөң төп үҙенсәлеге булып тора. Башҡарыусылар араһында С.Ә.Абдуллин, К.К.Ҡорманаев һ.б. “С.ү.” Р.Ә.Мортазин тауыш һәм фп. өсөн эшкәрткән.

Әҙәб.: Башкирские народные протяжные песни /сост. Л.К.Сальманова. Уфа, 2007.

Л.Ҡ.Сәлмәнова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Ноталар

Яндекс.Метрика